Инйәр
+30 °С
Облачно
Новости
10 Февраля 2025, 10:17

Ҡәҙерле атаһы юлын дауам итә

Балалар баҡсаһынан башланған мауығыуҙан -  чемпион булғанға тиклем. Тулыраҡ – түбәндәге яҙмала:

Ҡәҙерле атаһы юлын дауам итәҠәҙерле атаһы юлын дауам итә
Ҡәҙерле атаһы юлын дауам итә
Шахмат – бик үҙенсәлекле спорт төрө. Бында, нигеҙҙә, һан менән түгел, ә аҡыл, уйлау менән еңеү яуларға мөмкин. Бөгөнгө геройым Линат Шәйәхмәтов – бик үҙенсәлекле, яҙмыш һынауҙарын еңә алған спортсы.  Ул 2007-2008 йылдарҙан алып төрлө ярыштар үҙен әүҙем һынап ҡарай.

Шуныһы үҙенсәлекле: Шәйәхмәтовтар башлығы Илдар үҙе Рәсәй кимәлендә ошо спорт төрө буйынса бихисап ярыштарҙа ҡатнашҡан.

Былтыр Өфөнән Линат Шәйәхмәтов Алгуштала һаңғырауҙар араһында шахмат буйынса үткәрелгән ярыштарҙа блиц буйынса Рәсәй чемпионы тип танылғайны. Ул “блиц” дисциплинаһында 11 тур һөҙөмтәләре буйынса беренсе урын яуланы һәм Башҡортостан Республикаһы өсөн лайыҡлы сығыш яһаны. Линат  2017 йылда ла ошо уҡ дисциплинала Рәсәй чемпионы булып танылғайны. 2018 йылда “Рәсәйҙең һаңғырауҙар (шахмат) спорты буйынса атҡаҙанған мастеры” исеменә лайыҡ булды.  

Автор:Рахимов А.
Читайте нас