16 февралгә тиклем Башҡортостанда инвалидтар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында һаңғырауҙар спортының ҡышҡы төрҙәре буйынса I Бөтә Рәсәй спартакиадаһы була. Бөгөн Өфөләге Көрәш һарайында сараны асыу тантанаһы булды.
Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров “Беҙ бергә. Спорт” һаңғырауҙар спорты ҡышҡы спартакиадаһында ҡатнашыусыларға видеобәйләнеш аша ым-ишара телендә мөрәжәғәт итте. “Рәхим итегеҙ! Башҡортостанда сәләмләйем! Барығыҙға ла уңыштар теләйем”, - тине Радий Фәрит улы.