Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар , 14:39

Бейеү минең асылым, бейеү — минең тормошом...

Рәсимә Мөхәмәтйәрова етәкселегендәге “Хазина” һәм “Ихлас” төркөмдәре “Байыҡ-2024” телевизион конкурсында  гран-при яуланы.

Бейеү минең асылым, бейеү — минең тормошом...
Бейеү минең асылым, бейеү — минең тормошом...

Район мәҙәниәт йортоноң “Хазина” бейеү ансамбле һәм “Ихлас” фольклор төркөмө етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре  Рәсимә Мөхәмәтйәрованың һөнәри оҫталығы, күп йыллыҡ һөҙөмтәле эшмәкәрлеге, мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн лайыҡлы рәүештә быйыл “Инйәр” район гәзитенең “Йыл мәҙәниәт хеҙмәткәре-2024”  маҡтаулы исемен алды. Ул етәкләгән коллективтар районда ғына түгел, хатта республика бәйгеләрендә бер нисә йыл рәттән  еңеүҙәр яулап, ҙур танылыу ала. Быйылғы йыл улар өсөн айырыуса емешле булды, сөнки “Хазина” һәм “Ихлас” төркөмдәре “Байыҡ-2024” телевизион конкурсында  гран-при яулай.

Рәсимә Миңлеғәле ҡыҙы сығышы менән Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылынан. Ауылдың 8 йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң,  артабан белем алыуҙы ул  Йылайыр районының Юлдыбай ауылында дауам итә. Мәктәптең уҡыу алдынғыһы, мәҙәниәт тормошоноң  әүҙем ҡатнашыусыһы һәм ойоштороусыһы айырыуса башҡорт халыҡ бейеүҙәрен үҙ итә. Уға, әлбиттә, ғаиләләрендә мәҙәниәткә һәм телгә булған һөйөү тәрбиәһе булышлыҡ итә. Шулай уҡ, өлкән апаһы Әнисәнең бейеүсе булыуы һеңлеһе Сәжиҙә менән уға ҙур йоғонто яһай, үрнәк була, мауыҡтыра. Әйткәндәй, әлеге көндә Әнисә апаһы һәм Сәжиҙә һеңлеһе лә танылған хореограф,  БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре.

Мәктәптә уҡыған осорҙа улар Юлдыбай егете Айрат Солтанғолов менән Ҡазахстандың Аҡтүбә ҡалаһында уҙғарылған бейеү конкурсында  ҡатнаша. Конкурс һөҙөмтәләре нигеҙендә уларҙы, мәктәпте тамамлағас,  икеһен дә Аҡтүбә ҡала филармонияһына эшкә алалар.

— Беҙгә бейеүҙәрҙе балетмейстер ҡуя ине. Күпселеген башҡорт парлы бейеүҙәрен башҡарҙыҡ — “Заһиҙә”не, “Дуҫлыҡ”ты һәм башҡаларҙы. Аҡтүбә тамашасалары беҙҙең сығыштарҙы оҡшатып, алҡышлап ҡаршы ала ине, — тип хәтерләй әңгәмәсем.

Ике йыл ваҡыт үткәс, белем үҫтереү теләге менән Рәсимә Миңлеғәли ҡыҙы  Стәрлетамаҡ ҡала  мәҙәниәт техникумының хореография бүлегенә уҡырға юллана. Унда уҡыған ваҡытта Тирәкленең  шәп баянсы егетен, буласаҡ тормош иптәше, Фәрит Мөхәмәтйәровты осрата.

Дипломдарын ҡулға алған  йәш белгестәр Баймаҡ ҡала мәҙәниәт йортонда 1981 йылда хеҙмәт юлын башлайҙар. Шул осорҙағы Архангел мәҙәниәт бүлеге мөдире Булат Буранғолов уларҙы үҙебеҙҙең районға ҡайтырға саҡыра. Шулай итеп, 1982 йылда, йәштәр район мәҙәниәт йортонда эш башлайҙар, уларға район үҙәгенән ике бүлмәле фатир асҡысы тапшыралар.

Рәсимә Миңлеғәли ҡыҙы район мәҙәниәт йорто хореографы, Фәрит Миңнулла улы баянсыһы була, шулай уҡ тынлы инструменттар ансамбле эшен ойоштороп ебәрә. Ғаиләлә ике бала — улдары Илдар һәм ҡыҙҙары Гөлнара донъяға килә. Улар ҙа, ата-әсәһе өлгөһөндә, мәҙәниәт мөхитендә үҫә һәм тәрбиәләнә, бәләкәй саҡтан уҡ сәхнәләрҙә сығыш яһайҙар. Ҡыҙғынысҡа ҡаршы, тормош иптәше Фәрит Миңнулла улы, ғаиләһен һәм яҡындарын оло ҡайғыға күмеп,  байтаҡ йылдар элек был донъянан баҡыйлыҡҡа күсә.

Әлеге көндә ҡыҙҙары Гөлнара Өфө ҡалаһының ҙур бер ойошмаһында экономист булып эшләй. Тормош иптәше Алмаз менән өс ҡыҙ үҫтерәләр, улар ҙа, нәҫел йолаларын дауам итеп — бейеүселәр. Төрлө ҡала, республика, хатта Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайҙар. Улдары Илдар мәҙәниәт юлын һайлай. Ҡазан консерваторияһының тынлы музыкаль инструменттар бүлеген  тамамлап,  тормош иптәше Алһыу менән бергә милли музыкаль тынлы оркестрҙа хеҙмәт юлын башлайҙар. Әлеге ваҡытта Илдар Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эстрада-джаз оркестры музыканты, ә Алһыу — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры оркестры музыканты булып эшләй. Ғаиләлә бер ул үҫтерәләр.  Рәсимә апай әлеге көндә бәхетле әсәй һәм өләсәй, балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре уның йортонда күптән көтөлгән ҡунаҡ.

Мәҙәниәт өлкәһендә 43 йыл дауамында хеҙмәт иткән ваҡытта Рәсимә Мөхәмәтйәрова төрлө вазифалар биләй:  15 йыл мәҙәниәт ойоштороусыһы, артабан район мәҙәниәт йорто  директоры, балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, хореограф,  әммә һәр ваҡыт йөкмәтелгән эште намыҫ менән башҡарырға тырыша.

—Эшемде яратам. Мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән кеше өсөн, иң мөһиме, үҙ һөнәренең яҡшы, талантлы  белгесе булыу менән бер рәттән, ул — эшһөйәрлек, сабырлыҡ кеүек сифаттарға эйә булыу, кешеләрҙе яратыу, уларҙың  иң яҡшы яҡтарын  күрә белеү һәм һинең идеяларыңды һәм пландарыңды дауам итәсәк йәш һәләттәр үҫтереү. Шулай уҡ тамашасы һөйөүе, халыҡ ихтирамы, ышанысы һәм хөрмәте  минең хеҙмәтемдең иң ҙур баһаһы тип иҫәпләйем, — ти Рәсимә Миңлеғәли ҡыҙы.

Элек-электән беҙҙең район үҙенең эшһөйәр, талантлы кешеләре менән дан тота. Улар үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте, ижади инициативаһы, еренә һәм халҡына тоғролоғо менән яҡташтарының ғорурлығы булып тора.

Автор:Физалия  Ганеева
Читайте нас: