Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
27 Ғинуар 2025, 04:38

Яңы спорт һарайында – яңы тәьҫораттар

“Йондоҙҙар матчы” ғәҙәттәгесә билдәле баскетболсы Сергей Беловтың тыуған көнөндә һәм Студенттар көнө алдынан ойошторола. 

Яңы спорт һарайында – яңы тәьҫораттарЯңы спорт һарайында – яңы тәьҫораттар
Яңы спорт һарайында – яңы тәьҫораттар

24 ғинуарҙа Өфөлә “Динамо” спорт комплексы майҙанында баскетбол буйынса “Йондоҙҙар матчы” булды. “АСБ” һәм Башҡортостандың “Белые дьяволы” тигән  символик исемле ике  команда составында Рәсәй спортының легендалары, Олимпия чемпиондары, донъя чемпиондары, Рәсәйҙең һәм Европаның күп тапҡырҙар чемпиондары, дәүләт хеҙмәткәрҙәре,  бизнес вәкилдәре ярыш майҙанына сыҡты. Спорт ярышы “Галстукһыҙ форматында” үтте, бында барыһы ла тигеҙ ине.

Башҡортостан үҙенең ҡунаҡсыл ерендә Рәсәйҙең иң яҡшы  спорт берләшмәләре вәкилдәрен тәбрикләне. Тап улар Рәсәйҙең данын иң юғары кимәлдәге ярыштарҙа яҡланы. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең төбәктә баскетбол әүҙем үҫеш ала. Рәсәй чемпионатының юғары лигаһында Башҡортостан исеменән “Динамо” баскетбол клубы командаһы сығыш яһай. Бөгөнгө ваҡиға яратҡан спорт төрөн үҫтереүгә яңы этәргес көс бирер тип ышанабыҙ. 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас