Стәрлетамаҡ районында авария теркәлгән. Республиканың ГАИ етәксеһе үҙенең телеграм каналында хәбәр итеүенсә, яҡынса 17:00 сәғәттә Стәрлетамаҡ-Красноусол юлында "Лада Гранта" менән "Кио Рио" бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә ватан автомобилендә ултырған туғыҙ йәшлек ҡыҙ ваҡиға урынында һәләк булған, ә уның 39 йәшлек әсәһе төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Иномаркалағы ике балаға шулай уҡ медицина ярҙамы кәрәк булған.
Юл-транспорт фажиғәһе буйынса тикшереү эштәре бара.
Хөрмәтле водителдәр! Юлда йөрөгәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тулыһынса үтәгеҙ: тиҙлекте арттырмағыҙ, үҙегеҙ ҙә, салондағы пассажирҙар ҙа хәүефһеҙлек ҡайыштарын тағыуын күҙ уңында тотоғоҙ. Бигерәк тә һауа торошо насар булғанда, ҡар яуғанда, боҙлауыҡ ваҡытында уяулығығыҙҙы юғалтмағыҙ!