Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
17 Ғинуар 2025, 05:10

Табындарҙа аманат тапшырыу

"Ағинәйҙәр”ҙең сираттағы  йыйыны Архангелда уҙҙы

Район мәҙәниәт йортонда Рәсимә Мөхәмәтйәрова етәкселегендәге “Хазина” һәм ”Ихлас”  фольклор-бейеү төркөмө ярҙамында район ағинәйҙәренең сираттағы йыйыны уҙҙы. Халҡыбыҙҙың милли асылын, мәҙәни мираҫын, рухи үҫешен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған был байрамда райондың Архангел, Муллаҡай, Тирәкле, Тәүәкәс, Ҡыҫынды, Абҙан, Убалар ауылының  әүҙемдәре ҡатнашып, башҡорт халҡының табын ырыуына ғына хас ҡул эштәре, йыр-бейеүҙәре, уйындары  һәм уларға бәйле йолалары менән танышты.

Йыйынды асып, ҡунаҡтарҙы район “Ағинәйҙәр” йәмәғәт йошмаһы рәйесе Зилә Фәйзуллина сәләмләп, шулай уҡ артабан да йәш быуынға өлгө булып, матур эштәрен, изге ғәмәлдәрен аманат итеп тапшырыуҙарын, районыбыҙҙың күрке булып ҡалыуҙарын теләне:

— Районыбыҙ ағинәйҙәре халҡыбыҙҙың боронғо милли-мәҙәни ҡиммәттәрен тергеҙеп, һаҡлап һәм уларҙы түкмәй-сәсмәй йәш быуынға тапшырыуҙа, балалар күңеленә милли үҙаңды һеңдереүҙә, ауыл тормошон йәнләндереүҙә, уға ҡот өҫтәүҙә, дини йолаларҙы өйрәнеүҙә ойошҡан рәүештә эшләй. Әлеге көндә ауылдарҙың йөҙөк ҡашы, юҡты бар итеүсе һеҙ, хөрмәтле ағинәйҙәр, — тине ул үҙ сығышында.

Йолаларыбыҙҙы һаҡлау, тергеҙеү йәһәтенән Архангел ағинәйҙәренең ҡунаҡтарға күрһәткән “Табындарҙа аманат тапшырыу” театрлаштырылған тамашаһы барыһының да күңеленә хуш килгәндер. Сараның асылында оҫта ҡуллы өләсәй (Рәсимә Мөхәмәтйәрова) ҡаланан ҡунаҡҡа ҡайтҡан ейәнсәрен (Алеся Хәсәнова) күрергә тип әхирәттәрен, күрше-күләндәрен саҡырған. Иптәштәре ярҙамында ул ейәнсәрен үҙе белгән халыҡ йолалары, ҡул эштәре өлгөләре, биҙәүестәре, кейемдәре менән генә таныштырып ҡалмай, ә  уларға ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү орлоҡтары ла һала.

Табын ырыуы кейем-биҙәүестәрен тергеҙеү буйынса оҫталарҙың күҙ яуын алырҙай ҡул эштәре сәхнә түрен биҙәне, улар араһында Гөлшат Садиҡова йәш кәләш кейә торған ҡашмау, түшелдерек өлгөләре менән таныштырҙы, ә Мөслимә Сәйғафарова биш йыл эсендә өс тиҫтәгә яҡын балаҫ һуғыуы, ырғаҡ ярҙамында йөҙҙән артыҡ шәлдәр бәйләүе тураһында бәйән итте. Ҡыҙыҡлы тамаша  йыр-бейеүҙәр, нескә юмор  менән үрелеп барҙы, фәһемле мәғлүмәттәргә лә бай булды.

Йәш ҡыҙ Сафия Хәбибуллинаның  илһамланып башҡарған  “Француз яулыҡ” бейеүе яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Килеүселәр  был яулыҡтың килеп сығышы, тарихын  да ҡыҙыҡһынып тыңланы. “Хазина” һәм “Ихлас” төркөмдәре артистары башҡарған йыр-бейеүҙәр, шаян таҡмаҡтар тамшасылар тарафынан көслө алҡыштарға күмелде. 

Сарала ир-аттар: район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Салауат Әбделмәнов, район мәҙәниәт йорто директоры Марат Рәхмәтуллин, баянсы Закир Өмөтбаев, ҡурайсы Урал Хызыров, эске эштәр хеҙмәте ветераны Риф Ғафаровтың ҡатнашыуы байрамға йәнә мәртәбә өҫтәне. Уларға ҡатын-ҡыҙҙар   ҙурлап билбауҙар тапшырҙы.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләре буйынса урынбаҫары  Динара Хисамова  бындай сараларҙың бик кәрәклеген,  үҫеп килгән быуында телһөйәрлек һәм илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләүҙә лә бик мөһим булыуын билдәләп үтте.  Ағинәйҙәр хәрәкәтенә ҙур өлөш индергәне өсөн район мәҙәниәт бүлеге исеменән Рәсимә Мөхәмәтйәроваға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Артабан байрам башҡорт халҡы йолаһына ярашлы сәй табыны артында дауам итте. Урындағы халыҡҡа хас милли ризыҡтар менән тулы өҫтәл янында,   үҙебеҙҙең яҡтағы йыр-бейеүҙәр, уйындар менән үрелеп барҙы сара.

Халҡыбыҙҙың рухи бағаналарын — ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы тергеҙеп, киләсәк быуынға тапшырыуҙы изге бурыс тип иҫәпләй был күркәм ҡорҙа ҡатнашыусылар.

Автор:Физалия  Ганеева
Читайте нас