“Көмөш йәштәге” граждандарҙың һанлы грамоталылыҡ кимәлен күтәреү, шулай уҡ Рәсәй Социаль фонды һәм башҡа ведомстволарҙың дәүләт хеҙмәттәрен электрон төрҙә алыу күнекмәләрен үҫтереү маҡсатында Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт һәм Халыҡты социаль яҡлау министрлығы ярҙамында Рәсәй пенсионерҙар Союзы хаҡлы ялдағылар араһында компьютер күпбәйгеһе буйынса XIV Бөтә Рәсәй чемпионатын ойошторҙо.
Чемпионаттың муниципаль һәм төбәк этаптары 2024 йылдың 1 февраленән 17 июнгә тиклем уҙғарылған.
— XIV төбәк бәйгеһе 6о йәштән олораҡ ир-егеттәр һәм 55 йәштән үткән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ине. Конкурс “Башҡортостан Республикаһында электрон белем биреү” (һылтанма: Электронное образование Республики Башкортостан) порталында үтте, — тип белдерә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Төбәк этабында 25 тест һорауына яуап биреү ҡаралған. Иң күп балл йыйған ике ир-егет менән ике ҡатын-ҡыҙ һәм бер ғаилә пары еңеүсе тип билдәләнә һәм чемпионаттың Бөтә Рәсәй этабында ҡатнашыу хоҡуғына эйә була.
Федераль этап Мәскәүҙә 2024 йылдың 27 июнендә ойошторолоп, дистанцион форматта үтә.
Абҙан ауылында йәшәүсе Фәрзәнә һәм Рәүеф Абдрахмановтар муниципаль һәм төбәк этабын уңышлы үтеп, Рәсәй кимәлендәге ярышта ҡатнашты. Уларға хаҡлы ялдағылар араһында “XIV Бөтә Рәсәй компьютер күпбәйгеһе буйынса чемпионаты ҡатнашыусыһы” дипломы һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
IT-чемпионат күп йылдар инде Рәсәй буйынса меңләгән хаҡлы ялдағылар өсөн көтөп алған ваҡиға. Был сара оло быуын һәм һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәр араһында компьютер технологияларын популярлаштырыу, уларҙы мәғлүмәти мөхиткә йәлеп итеү маҡсатында ойошторола. Финалда ҡатнашыусылдар смартфонда эшләү, һанлы мөхиттә финанс белемен, “Яндекс” эҙләү системаһында эшләү буйынса эш тәжрибәләрен күрһәтте.
Физәлиә Ғәниева.