Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
16 Ғинуар 2025, 06:35

"Ҡаргиҙәр” операцияһы башланды

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2024 йылдың 23 декабрендәге бойороғона ярашлы, 20 ғинуарҙа районда “Ҡаргиҙәр” айлығы башланды. Ул 21 февралгә тиклем барасаҡ.

"Ҡаргиҙәр” операцияһы башланды"Ҡаргиҙәр” операцияһы башланды
"Ҡаргиҙәр” операцияһы башланды

“Ҡаргиҙәр” операцияһының төп маҡсаты – юлһыҙ урындарҙан йөрөгән мотосаралар, тракторҙар, үҙйөрөшлө машиналар һәм уларҙың тағылмалары кеүек техниканы ҡулланғанда йәрәхәтләнеү хәүефе янауын иҫкәртеүгә, хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуймауға йүнәлтелгән. Техника хужаларына өҫтәмә рәүештә үҙйөрөшлө машиналарҙың техник торошона талаптар, транспортты файҙаланғандағы етешһеҙлектәр, шулай уҡ бындай транспорт менән идара иткәндә кәрәкле тракторсы-машинист танытмаһын алыу тәртибе тураһында хәбәр ителәсәк.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас