Яңы йыл байрамы алдынан Муллаҡай ауылында модулле ФАП асылды. Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының Башҡортостанда беренсел һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын модернизациялау программаһы сиктәрендә төҙөлдө.
“Ҡыҙыл таҫманы” киҫеүҙә район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин, үҙәк район дауаханаһының баш табибы Юлай Мәзитов, Арх-Латыш ауыл хакимиәте башлығы Роберт Әмәҡәсов һәм ауыл халҡы ҡатнашты.
Заманса талаптарға яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ пункттары урындағы һәм күрше-тирәләге ауылдарҙа йәшәгән халыҡ өсөн уңайлы. Медицина учреждениеһына килгәндә, унда бөтә коммунакициялар (ут, һыу һәм башҡалар) үткән, ҡабул итеү өсөн иркен һәм яҡты бүлмәләр эшләнгән, шулай уҡ махсус медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителгән.
Иң мөһиме ФАП фельдшер (Минниә Йосопова) менән тәьмин ителгән. Тимәк, халыҡҡа тәүге ярҙам һәм башҡа медицина процедураларын эшләү өсөн квалификацияла белгес бар.