Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә бөтә донъянан милләттәштәребеҙҙе йыйған мөһим сара – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы бара. Уның маҡсаты бик ҙур – милләт-ара татыулыҡты һәм дуҫлыҡты нығытыу, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, төбәктән ситтә йәшәгән ватандаштарыбыҙға ярҙам итеү.
Иртә таң менән “Торатау” конгресс-холында бығаса булмаған йәнлелек. Рәсәй төбәктәренән һәм хатта сит илдәрҙән килгән милләттәштәребеҙ бер-береһе менән ихлас аралашты. Ҡоролтайға республиканан – 318, Рәсәйҙең 34 төбәгенән – 171 һәм сит илдәрҙән 38 вәкил килгән. Шулай уҡ почетлы ҡунаҡтар ҙа саҡырылған ине. Фойела бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторолдо. Оркестр уйнаны, артистар сығыш яһаны. Бай йөкмәткеле күргәҙмәне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡарап сыҡты. Әлеге минуттарҙа пленар ултырыш башланып тора.
Источник https://bashgazet.ru/articles/bash-ort-donya-y/2024-12-13/hush-kilde-oroltay-4050704