

Ҡыҫынды ауылынан Шәкирә Шәкир ҡыҙы һәм Байтүрә Йәнтүрә улы Солтановтар ғаиләһе ошо көндәрҙә бәрәкәт туйҙарын – бергә татыу ғүмер кисереүҙәренә 70 йыл тулыуҙы билдәләне.
Пар килеп, оҙаҡ йылдар татыу тормош көткән был ғаиләгә ҡарап һоҡланып туймаҫлыҡ. Уларҙың никахы 1954 йылдың 9 ноябрендә теркәлгән. Шуныһы ҡыҙыҡ, йәш пар алдан осрашып, бер-береһенә тауҙай вәғәҙәләр биреп, өйләнешеү тураһында хыялланып йәшәмәй— уларҙы фоторәсемдәр аша ғына таныштыралар. Ул саҡта әле ата-әсәләр йәки олораҡ туғандар балаларына кейәү-кәләште нәҫеленә ҡарап, үҙҙәре һайлай. Әммә эшһөйәрлектәре менән айырылып торған ҡыҙ һәм егет, ауылдаштарын һоҡландырып, бик матур ғаилә ҡора.
Әлбиттә, уларға кескәй саҡтан ил күргәнде күрергә, күп ауырлыҡтар аша үтергә тура килә.
— Һуғыштан һуң ил ярлыланды, кешеләр ҙә хәлһеҙ йәшәне. Шулай ҙа бирешмәнек, — ти Шәкирә апай.
Солтановтар икеһе лә хеҙмәт ветераны, ғүмер буйы Ҡыҙыл Еҙем колхозында арымай-талмай хеҙмәт итәләр.
Ғаилә башлығы сығышы менән Ҡыҫынды ауылының күмәк балалы эшсе-крәҫтиән ғаиләһенән. Ул 1930 йылдың 8 октябрендә донъяға килә. Башланғыс белемде ауыл мәктәбендә алғас, уны, 14-15 йәштәге үҫмерҙе, ФЗО-ға тракторсы-слесарь һөнәренә уҡырға ебәрәләр. Артабан алыҫ Сахалин яҡтарында 1950-1953 йылдарҙа әрме сафтарында хеҙмәт итә. Байтүрә ағай ғүмере буйы “ҡорос аты” менән ялан-ҡырҙарҙы гиҙә, аҙаҡтан, хаҡлы ялға сыҡҡансы, балта оҫтаһы булып эшләй. Дөйөм стажы дүрт тиҫтәнән артыҡ уның. Күкрәген намыҫлы хеҙмәте өсөн дүрт юбилей миҙалы биҙәй.
Шәкирә Шәкир ҡыҙы Айытмәмбәт ауылында ун балалы күмәк ғаиләлә 1933 йылдың 2 ғинуарында тыуған. Ата-әсәһе бер аҙҙан Ҡыҙыл Ырғыҙлы ауылына күсеп килә. Ул саҡта бында тормош гөрләп тора, һыра заводы төрлө-төрлө тауарҙар: кеүәҫ, таяҡтағы алтын төҫтәге әтәстәр, кәнфиттәр һәм башҡалар етештерә. Ауылда туғыҙ йыллыҡ мәктәп, балалар баҡсаһы ла була. Шәкирә апай мәктәптән һуң шул балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Кейәүгә сыҡҡас Ҡыҙыл Еҙем колхозында төрлө эштәрҙә йөрөй: көлтә бәйләй, бесән саба, ашлыҡ һуға, сөгөлдөр үҫтерә. Хаҡлы ялға хәтлем мәктәптә йыйыштырыусы булып хеҙмәт итә. Уларҙың ғаилә һандығында бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары һаҡлана.
Әле лә үҙ аллы йәшәгән Солтановтар хәрәкәттә — бәрәкәт тигән мәҡәләгә таянып эш итә. Заманында күпләп мал-тыуар аҫрай, ихата тултырып ҡош-ҡорт тота, баҡса үҫтерә. Хужабикә сәскәләр үҫтерергә, бәйләм бәйләргә, аш-һыу әҙерләүгә әүәҫ була. Ғаилә башлығы иһә урман-ҡырҙарҙа һунарға йөрөргә ярата. Әлеге көндә уларға күҙ-ҡолаҡ булып, хәстәрләп, ярҙам итергә һәр саҡ әҙер торған килене Венера һәм улы Алик ауылда яҡын йәшәй.
Терәк-таяныс булып, бер һүҙҙән түгел, хатта ҡараштарынан бер-береһен аңлаған ғаилә парынан оҙаҡ йылдар тигеҙлектә, бер йән булып йәшәүҙең серен һораныҡ.
— Тормош бер көйө генә тормай. Төрлө саҡтар булды. Татыу йәшәүҙең иң мөһим ҡағиҙәһе – сабыр була белеүҙә. Һүҙгә килгәндә өндәшмәй тора белергә кәрәк. Шулай уҡ һаулыҡты һаҡлау, тыныслыҡта йәшәү мөһим. Аллаға шөкөр, алты бала тәрбиәләп үҫтерҙек, хәҙер барыһы ла башлы-күҙле. Килендәрҙән уңдыҡ, улар үҙ ҡыҙыбыҙ кеүек яҡындар. Әлеге көндә барыһы ла иҫәндәр, оло ҡыҙыма оҙаҡламай 70 йәш туласаҡ. Беҙҙең 12 ейән-ейәнсәребеҙ, алты бүлә-бүләсәребеҙ бар. Уларҙың ҡыуаныстарына, изгелектәренә төрөнөп йәшәйбеҙ, – тиҙәр шатланып олатай менән өләсәй.
Боронғолар, ҡартлыҡта бәхет кәрәк, тигән. Шәкирә апай менән Байтүрә ағай йәшлектәрендә тырышып, илебеҙгә, еребеҙгә хеҙмәт иткәндәр, балалар тәрбиәләгәндәр, шуға ла ҡартлыҡтары тыныс, бәхетле.
Физәлиә Ғәниева.