Инйәр
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Декабрь , 08:19

МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ваҡытында түләнмәгән кредиттары ғәмәлдән сығарыла

Был хаҡта нимәләрҙе белергә кәрәк?

МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ваҡытында түләнмәгән кредиттары ғәмәлдән сығарыла
МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ваҡытында түләнмәгән кредиттары ғәмәлдән сығарыла

Рәсәй Президенты Владимир Путин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡайһы берҙәренә бурыстарын ваҡытында түләмәүҙе ғәмәлдән сығарыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы. 2024 йылдың 1 декабрендә закон үҙ көсөнә инә. Был хаҡта нимәләрҙе белергә кәрәк? Аңлатабыҙ.

1.Кемдәрҙең бурысын ғәмәлдән сығаралар?

Законға ярашлы, мобилизация буйынса саҡырылып (хәрби училище курсанттарынан тыш) хәрби хеҙмәткә алынған һәм Рәсәй Оборона министрлығы менән бер йылға махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн контракт төҙөгән граждандар, шулай уҡ уларҙың ҡатындары йәки ирҙәре 10 миллион һумға тиклем бурысын тулыһынса иҫәптән сығарырға хоҡуҡлы.

2. Ниндәй шарттарҙы үтәргә кәрәк?

Бурыстарҙы ғәмәлдән сығарыу өсөн бер үк ваҡытта үтәлергә тейешле өс мотлаҡ шарты:

- 2024 йылдың 1 декабренән һуң контракт төҙөлөргә, кәм тигәндә бер йылға төҙөлөргә тейеш.

- 10 миллион һумға тиклем бурыс суммаһы

- 1 декабргә тиклем бурысты түләттереү тураһында суд акты көсөнә ингән, кредит ойошмаһына башҡарма документ бирелгән йәки финанс компанияһының ғаризаһы буйынса башҡарма эш асылған булырға тейеш.

Кредиторҙар, ғәҙәттә, ваҡытында түләмәгәндән һуң өс ай тирәһе үткәс судҡа мөрәжәғәт итә. Тағы ла бер айға яҡын эште ҡарауҙы һәм суд акты сығарыуҙы талап итә. Шулай итеп, кәмендә 2024 йылдың авгусында ваҡытында түләнмәгән бурысҡа юл ҡуйғандар яңы закон йоғонтоһона эләгә.

3. Ниндәй бурыстар ғәмәлдән сыҡмаясаҡ?

Әгәр граждандың ғүмеренә йәки һаулығына зыянды ҡаплау (шул иҫәптән ҡараусыһы үлгәндә), коррупция хоҡуҡ боҙоуҙары һәм алимент түләү тураһында һүҙ барһа, башҡарма эш туҡтатылмаясаҡ.

Ябайлаштырып әйткәндә, әгәр кеше кредит алһа, уны ғәфү итерҙәр, әгәр балаларына бурыслы икән йәки берәйһен туҡмаған һәм уны дауалау хаҡын ҡапларға кәрәк булһа – юҡ.

4. Башҡа МХО-ла ҡатнашыусыларға кредиттары менән нимә эшләргә?

Яңы закон МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн кредит каникулдарын алты тапҡырға оҙайта. Элек түләүҙәр мобилизация йәки контракт тамамланғандан һуң 30 көнгә кисектерелә ине, хәҙер льготалы осор 180 көн тәшкил итә. Әммә 2024 йылдың 31 декабренә тиклем мөрәжәғәт итергә кәрәк, һуңынан банк уның үтенесен кире ҡаға ала.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кредит каникулы – ул түләүҙе законлы рәүештә кисектереү – кредит өсөн ярты йылға тиклем түләмәҫкә мөмкин һәм бының өсөн бер ни ҙә булмаясаҡ, һуңынан түләүҙәр тергеҙелә.

5. Контракт төҙөү өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Башҡортостандан контрактҡа ҡул ҡуйған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға айына 210 мең һумдан эш хаҡы һәм бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр ҡаралған. Беренсе йыл өсөн бөтәһе 3,85 миллион һум түләйҙәр. Бынан тыш, МХО-ла ҡатнашыусыға һәм уның ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу льгота ҡаралған, улар араһында колледждарҙа һәм юғары уҡыу йорттарында бушлай белем алыу, шифаханаға бушлай юлламалар, йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү, магазиндарҙа ташламалар, ҡайһы бер һалымдарҙан азат итеү һәм башҡалар.

Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә запаста торған, шулай уҡ хәрби хеҙмәт үтмәгән 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр (һирәк һөнәрҙәр һәм айырым осраҡтар өсөн –65 йәшкә тиклем) ҡабул ителә.

Үҙегеҙҙең хәрби комиссариатҡа йәки “Защитник” үҙәгенә (Өфө, Зәки Вәлиди урамы, 2 йәки Элеватор урамы, 15) мөрәжәғәт итегеҙ. Үҙең менән паспорт, хәрби билет (барлыҡта), тыуыу тураһында таныҡлыҡ (шулай уҡ балаларға), белем, никах йәки уны өҙөү тураһында документтар, ИНН, СНИЛС, банк картаһы реквизиттары (“МИР” түләү системаһы – мотлаҡ) булырға тейеш.

“Защитник” үҙәгендә медицина комиссияһын үтергә һәм бөтә документтарға тәүлек дауамында “берҙәм тәҙрә” режимында ҡул ҡуйырға мөмкин. Шунда уҡ банк картаһын алырға, документтарҙы тергеҙергә ярҙам итәсәктәр, бушлай төнгө йоҡо һәм өс тапҡыр туҡланыу бирәсәктәр. Тулыраҡ мәғлүмәт –  защитник-рб.рф  сайтында йәки 7 (800) 550-55-25 телефоны буйынса.

Фото һәм сығанаҡ: "Башинформ".  

Автор:Рахимов А.
Читайте нас: