Архангел мәғлүмәт үҙәге директоры, “Инйәр” һәм “Архангельский вестник” район гәзиттәре мөхәррире Гөлшат Закирова республикала барған “Изге яҙылыу” хәйриә акцияһына ҡушылды.
Ул районыбыҙҙа башҡорт телендә сыҡҡан “Инйәр” гәзитенә тағы бер экземплярҙы Украинала махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир яҡташыбыҙҙың әсәһе Мөнирә Ишмөхәмәтоваға бүләк итте.
“Изге яҙылыу” акцияһында ҡатнашып, ата-әсәйҙәрегеҙгә, яҡындарығыҙға, дуҫтарығыҙға, мохтаж ғаиләләргә “Инйәр” бүләк итегеҙ.
Д.Янбаева.