БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тарафынан 2024 йылдың 2 сентябренән 31 октябренә тиклем республика буйынса "Күп фатирлы йорттарҙы ҡарау һәм йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы объект" бәйгеһе ойошторолдо. Ул быйыл алтынсы тапҡыр үткәрелде.
– Халыҡ конкурста ихлас, дәррәү ҡатнаша. Беренсенән, ул үҙ йорттарын һәм ихаталарын тағы ла төҙөкләндерергә, матурайтырға этәргес бирә. Шулай уҡ уның төп маҡсаты халыҡты берләштереү. Сөнки уларҙың инициативаһы арҡаһында ихаталарҙа арт-объекттар, граффити, әкиәт һәм эпос геройҙары барлыҡҡа килә, ә күп подъездарҙа өйҙәге кеүек уңайлы һәм иркен.
Ошо көндәрҙә конкурстың һөҙөмтәләре барланды. 12 номинация һәм уның һөҙөмтәләре буйынса ҡалаларҙа, ҡала һәм ауыл биләмәләрендәге иң яҡшы күп фатирлы йорттар, йорт яны биләмәләре, подъездар билдәләнде. Йыл һайын еңеүселәрҙе бүләкләүгә Башҡортостан бюджетынан 16 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелә. Еңеүселәр дипломдар һәм 75 мең һумдан алып 750 мең һумға тиклем аҡсалата премия менән бүләкләнә. Был аҡсаны еңеүселәр артабан төҙөкләндереүгә тотонорға мөмкин. Кемдер фасадты йылыта, икенселәре подъезда тәҙрәләр һәм ишектәр ҡуя, өсөнсөләре йылытыу системаһын үҙгәртә, урамға яҡтыртыу системаһын үткәртә,-тине райондың торлаҡ-коммуналь хужалығы бүлеге начальнигы Рушан Сафин.
Еңеүселәр исемлегендә Архангел ауылы Ворошилов урамындағы 113/1, 113/1Б һанлы күп фатирлы йорттары “Иң яҡшы күп фатирлы йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы объект” номинацияһында 2-се урынға лайыҡ булды.