Мәктәптәрҙә балаларҙың дөрөҫ һәм сәләмәт туҡланыуын оҫта ойоштороу белем биреү учреждениеларының эшмәкәрлегендә төп йүнәлеш булып тора, сөнки ул сәләмәтлеккә генә түгел, ә белем алыуҙың сифатына ла йоғонто яһай.
Ошо маҡсаттан сығып, 24 октябрҙә республикабыҙ буйынса, шул иҫәптән районыбыҙҙың барлыҡ мәктәптәрендә лә, “Башҡортостан ата-әсәләре — сәләмәт туҡланыу яҡлы” тип аталған Асыҡ ишектәр көнө уҙғарылды.
“Туҡланыу үҙәге” ЯСЙ-һы директоры урынбаҫары Гөлсөм Ибраһимова:
—Асыҡ ишектәр көнөнөң маҡсаты — ата-әсәләрҙә һәм уҡыусыларҙа балаларҙы дөйөм белем биреү учреждениеларында йылы аш менән тәьмин итеү мәсьәләһенә ыңғай ҡараш булдырыу.
Бөтә ата-әсәләрҙе контролгә ҡушылырға һәм йылына бер тапҡыр булһа ла балалары ашаған мәктәп ашханаһына килергә саҡырабыҙ!
Ошо көн айҡанлы “Кеше тормошонда витаминдар”, “Беҙҙең аҙыҡ нимәнән тора?”, “Минең дөрөҫ менюм”, “Дөрөҫ туҡланыу — сәләмәтлектең нигеҙе” тигән класс сәғәттәре үткәрелде. Барлыҡ саралар дөрөҫ туҡланыу мәҙәниәтен формалаштырыуға, сәләмәт йәшәү рәүешен тәрбиәләүгә йүнәлтелде. Мәктәп ашханаларында ололар әҙер ризыҡтарҙан ауыҙ итеп ҡараны.
Класс сәғәттәре балаларҙың йәш һәм психологик үҙенсәлектәренә тап килде һәм күтәренке кәйефтә үтте. Уҡыусылар туҡланыуҙың баланслы булырға тейешлеге һәм аҙыҡ ҡабул итеү режимын күҙәтеүҙең мөһимлеге, шулай уҡ меню төҙөгәндә организмдың нимәгә ихтыяж кисереүен күҙ уңында тотоу тураһында файҙалы мәғлүмәт алды.
Һөйләшеү файҙалы һәм сәләмәт туҡланыуҙан тыш, зарарлы, организмға зыян килтерә торған аҙыҡтар: киптерелгән бәрәңге (чипсы), сухарики, һағыҙ, газлы эсемлектәр һәм башҡалар тураһында ла барҙы. Ошондай сараларҙы үткәреү уҡыусыларға үҙҙәренең сәләмәтлегенә иғтибар итергә, яҡшы ғәҙәттәргә күсергә саҡыра.
“Башҡортостанда ата-әсәләр — сәләмәт туҡланыу яҡлы” берҙәм республика Асыҡ ишектәр көнө 2023-2024 уҡыу йылында, дөйөм белем биреү ойошмаларында уҡыусыларҙың туҡланыу сифатын күтәреү буйынса саралар планына ярашлы, ойошторолдо. Архангел районы мәктәптәрендә ул һәр айҙың һуңғы йомаһында үткәрелә.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика мәктәптәрендә туҡланыу системаһын яңыртыуҙы дауам итәсәген белдерҙе.
— Беҙгә әле мәктәп туҡланыуы өҫтөндә күп эшләргә тура киләсәк. Ниндәй йүнәлештә хәрәкәт итергә кәрәклеген күрәбеҙ — беҙҙе артабан яңыртыу көтә, — тине Радий Хәбиров “тура бәйләнеш”тә бирелгән һорауға яуап итеп. — Ысынлап та, һуңғы ваҡытта күп эштәр башҡарылды, икенсе йыл рәттән илдә иң яҡшыһы булыуыбыҙ юҡҡа түгел.
Физәлиә Ғәниева.
Фотолар Г. Ибраһимова тарафынан ебәрелде.