"Ҡоролтай - башҡорт милләте, республика өсөн бик мөһим ваҡиға.Һәм беҙ уны еңел булмаған осорҙа үткәрәбеҙ.Беҙҙең халыҡты тарҡатырға тырышалар, әммә был мөмкин түгел", - тигәйне "Тура бәйләнеш"тә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тиҙҙән үтәсәк халҡыбыҙҙың оло йыйыны тураһында.
Форумда республиканан, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 500-ҙән ашыу делегаттың ҡатнашыуы көтөлә.
Район башҡорттары ҡоролтайының эшмәкәрлеге Ҡоролтай башҡарма комитетының ултырышында ҡабул ителгән планға ярашлы алып барыла. Иң мөһимдәренең бер нисәһен атап китмәү мөмкин түгел. Төп йүнәлештәрҙең береһе булып районыбыҙҙа айыҡ ауылдарҙың һанын арттырыу, айыҡ ғаиләләрҙең баһаһын күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйған “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыу. Быйыл был сарала һәр ауыл биләмәһенән тиерлек ҡатнашыусылар булыуы ҡыуандыра.
Ҡоролтай башҡарма комитетының ағзалары башҡа йәмәғәтселек ойошмалары менән тығыҙ бәйләнештә тора. Районыбыҙҙың дини ойошмалар етәксеһе имам-мөхтәсиб Фәнзил хәҙрәт Хисаметдинов, ”Ағинәйҙәр” ҡоро рәйесе Зилә Фәйзуллина, район ветерандар советы рәйесе Мөнирә Лоҡманова, “Табын ырыуы ҡоро” рәйесе Таһир Рәхмәтуллин беҙҙең башҡарма комитет ағзалары булып торалар, тығыҙ хеҙмәттәшлек итәләр.
Жәлил Мөхәмәтйәнов, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе:
Районыбыҙҙа уҙғарылған “Атайсал” проекты сиктәрендә үткән саралар (ул хәҙер мөһим традицияларҙың береһенә әйләнеп бара), “Архангел кәсепслере” йәрминкәһе, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” (быйыл Яңы Шишмә, Ҡыҫынды ауылдарында үтте) һәм Шәжәрә байрамдары (Аҙау, Тирәкле), мәктәп юбилейҙары (Архангел, Тирәкле) район башҡорттары ҡоролтайы ағзалары ҡатнашлығынан башҡа үтмәй.
Шулай уҡ, районда башҡорт теленә, уны һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Һәм был йәһәттән халҡыбыҙҙың ҙур роль уйнауы бик шәп. Шундай әүҙем һәм битараф булмағандар, туған телдә рәхәтләнеп һөйләшкәндәр, уны яратҡандар һәм был мөхәббәтте башҡаларға еткергәндәр ярҙамы менән йыл һайын туған телдәр һәм милли кейем көндәрен үткәрәбеҙ. Былар барыһы ла мәҙәниәт үҫешенең мөһим өлөшө булып тора, уны юғалтырға ярамай.
Башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу өсөн, айырыуса балалар һәм йәштәр араһында, күп эш башҡарыла. Улар — яңы, заманса уҡытыу алымдары, мәктәптәргә йәш уҡытыусылар ҡайтыуы, киң мәғлүмәт сараларында сағыу проекттар, төрлө шиғри һәм фольклор йүнәлешендәге конкурстар. Йыл һайын апрелдең һуңғы шәмбеһендә Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант яҙабыҙ. Ул бөтәһен дә — башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгәндәрҙе лә, уны яҡшы белгәндәрҙе лә, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкәндәрҙе лә берләштерә. Тап ошондай халыҡ акциялары беҙҙең телде пропагандалай.
Шулай уҡ беҙҙең район республика кимәлендә үткән төрлө сараларҙа һәм конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Атап үткәндә: “Башҡорт аты” (башҡорт тоҡомло аттарҙы һәм башҡорт халҡының традицияларын һаҡлауға йүнәлтелгән проект), “Салауат ере” (башҡорт халҡының тарихын һәм йолаларын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү проекты), “Табын-фест”, Ҡабаҡ-фест” фестивалдәре, “Оҙон көй”, Ирәндек моңдары”, Зәки Мәхмүтов исемендәге йыр бәйгеләре, “Байыҡ” телевизион конкурсы яҡташтарыбыҙ араһында байтаҡ таланттарҙы асыҡланы, яңы исемдәр асты.
Быйыл Рәсәйҙә иғлан ителгән Ғаилә йылы айҡанлы районыбыҙҙа йыл да уҙғарылған “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе”, “Һылыуҡай”, “Йәш әсә” конкурстары ла башҡорт телен һәм йолаларын тергеҙеүҙә, һаҡлауҙа һәм пропагандалауҙа үҙ мөһимлеген күрһәтте.
Шулай уҡ 1-се һәм 2-се Архангел мәктәптәрендә “Шайморатсылар класы” сафтары асылды. Уларҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре батырлығы миҫалында ил тарихына хөрмәт, илһөйәрлек, Тыуған ил өсөн ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләү, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәргә, сәләмәт тормош рәүешенә өйрәтеү, әүҙем гражданлыҡ ҡарашлы булып үҫеүҙәренә булышлыҡ итеү эше алып барыла.
Ойошманың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ярҙам акцияларында ҡатнашыуы, маскировка селтәрҙәре үреүе, госпиталдәрҙәге егеттәребеҙгә даими булышлыҡ күрһәтеүе лә күптәргә өлгө һәм этәргес булып тора.
VI съезда шулай уҡ телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлап ҡалыу тураһында ла һүҙ йөрөтәсәкбеҙ. Исламға, йолаларыбыҙға ҡағылышлы мәсьәләләргә айырыуса баҫым яһаясаҡбыҙ, сөнки бөгөн күптәрҙең хаҡ юлға аяҡ баҫыуын күрәбеҙ.
Сара барышында “Торатау” конгресс-холында форумдар, түңәрәк өҫтәлдәр, секция һәм пленар ултырыштар үткәреү ҡаралған. Маҡсат – милләт-ара тыныслыҡты һәм татыулыҡты нығытыу, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, төбәктән ситтә йәшәгән ватандаштарыбыҙға булышлыҡ итеү.
Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
— Беҙ үҙебеҙҙең ерҙә яуаплы хужа булыу өсөн уңышлы булырға тейешбеҙ. Балаларыбыҙ, артабанғы быуындар өсөн Башҡортостанды һаҡлап ҡалыу һәм нығытыу, ата-бабаларыбыҙ беҙгә тапшырған нәмәләргә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү кәрәк.