Санкт-Петербург ҡалаһының 355-се мәктәбендә "Халыҡтар дуҫлығы" конкурсы үтте. Ни өсөн был хаҡта яҙабыҙ тиһегеҙме? Сөнки унда беҙҙең яҡташыбыҙ Искәндәр Әмиров уҡый. Нәҡ уның класы Башҡортостан, башҡорт халҡы, милли йола, ризыҡ тураһында сығыш яһап, беренсе урын алған. Бөгөн иһә конкурс Бәйләнештә селтәрендә дауам итә. Интернет тауыш биреү 9 декабрь көндөҙгө 12-гә тиклем бара. 3 Б класы сығышы видеоһы аҫтына лайк һәм уларҙың командаһына тауыш биреүегеҙ һорала. Беҙҙең кес кенә дуҫыбыҙ тотош республикабыҙҙы ҙурлап, данын күтәреп йөрөгәндә, беҙ ҙә уны ҡеүәтләйек, хөрмәтле яҡташтар!