Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
3 Декабрь 2024, 10:48

Йыр керҙе күңелгә һәм ҡалды ғүмергә...

Бөгөн беҙҙең яҡташыбыҙ — ҡала мәҙәниәт һарайы солисы, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстары лауреаты.

Йыр керҙе күңелгә һәм ҡалды ғүмергә...Йыр керҙе күңелгә һәм ҡалды ғүмергә...
Йыр керҙе күңелгә һәм ҡалды ғүмергә...

Легендар йырсы һәм композитор Фидан Ғафаров репертуарынан, композитор Рим Хәсәновтың “Ҡышҡы романс” исемле популяр йырын Радмир Хәсәнов уҡыусы сағында “Яҙғы тамсылар” конкурсында тәү тапҡыр башҡара. Бөгөн беҙҙең яҡташыбыҙ — ҡала мәҙәниәт һарайы солисы, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстары лауреаты. Уға 2017 йылда республика мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн БР Мәҙәниәт министрының Рәхмәт хаты тапшырыла, ә 2024 йылда Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы исеме бирелә.
Уның йомшаҡ, әммә көслө баритоны менән йырланған һәр йыры күңелгә үтеп инә һәм хәтерҙә ҡала. Ул берҙәй оҫталыҡ менән композитор әҫәрҙәрен — “Ҡышҡы романс”, “Өфө йүкәләре”, “Спорт геройҙары” һәм халыҡ йырҙарын —“Уралым”, “Азамат”ты башҡара. Радмирҙың репертуарында 100-ҙән ашыу совет эстрадаһы, заманса йырҙар, 20-гә яҡын рус һәм сит ил ариялары, рус, башҡорт, татар һәм сит ил романстары һәм төрлө телдәрҙәге халыҡ йырҙары бар. Ҡала мәҙәниәт һарайы солисының нисек йырсы булып китеүе һәм нисек итеп тамашасылар уның һәр концертынан һуң ҡанатлалырлыҡ хәлгә етеүҙәре тураһында беҙҙең әңгәмәбеҙ.
— Әгәр бала сағығыҙға ҡайтһаҡ, ул нисек һәм ҡайҙа үтте?
— Мин 1992 йылдың 20 июлендә Архангел ауылында өсөнсө бала булып донъяға килгәнмен, бер туған Рәмил ағайым һәм Регина апайым бар. “Тирмәкәй” балалар баҡсаһына йөрөнөм, алты йәшем тулғас 1-се Архангел мәктәбенә уҡырға төштөм, беренсе уҡытыусым — Рида Миңлемулла ҡыҙы Заһитова. Балалар сәнғәт мәктәбендә баянда уйнау серҙәренә өйрәнә башланым, ике йыл унда шөғөлләндем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин бишенсе класта уҡығанда тормошобоҙ ҡырҡа үҙгәрҙе — атайыбыҙ фәжиғәле рәүештә вафат булды. Беҙ бер аҙҙан ғаиләбеҙ менән Яңы Шишмә ауылына күсеп килдек. Унда әсәйем яңынан тормошҡа сыҡты, мин Благовещенка урта мәктәбендә уҡыуымды дауам иттем. Көн дә биш саҡрым араны барғанда һәм ҡайтҡанда йәйәүләп үтә инек, физкультура яғынан әҙерлек яҡшы булды былай.
Хужалыҡ эштәрендә ярҙам итеп, эшкә сынығып үҫтек, шулай уҡ ғаиләбеҙ ағас әҙерләү һәм буралар бурау менән булашты, беҙ ағайым менән был шөғөлгә өйрәнеп, ҡулдан килгәнсә ярҙам иттек. Бала саҡтағы йәйге ялыбыҙ күпселек шулай үтә ине.
Мине кеше итергә тырышҡан әсәйем Лилиә Мансур ҡыҙына һәм үгәй атайым Таһир Ғилметдин улына рәхмәтем сикһеҙ. Әлеге ваҡытта улар минең һәм ғаиләм өсөн ысын ярҙам һәм таяныс булып тора.
— Музыка донъяһына нисек килдегеҙ?
— Музыка яғына ынтылыш атайым яғынан килә, ул полицияла хеҙмәт итһә лә моңға, йырға битараф кеше булманы, шулай уҡ гитарала уйнарға яратты. Уға был һәләт әсәһенән бирелгән. Мин мәктәптә концерттарҙа сығыш яһай торғайным, әммә ысын ижади тормошом районда үткән “Яҙғы тамсылар” конкурсынан башланды. Уның өсөн мин Рим Хәсәновтың “Ҡышҡы романс” йырын һайланым, уға ниндәйҙер кимәлдә минус яһаным һәм, көтмәгәндә, еңдем. Ә бынан һуң зона һәм республика конкурстарында сығыш яһап, 3-сө дәрәжәләге лауреат исеменә лайыҡ булдым. Ул ваҡытта мин физика-математика факультетына инергә, йә программист булырға ниәтләгән инем, әммә бынан һуң тормошом киҫкен боролош яһаны. Уҡытыусылар мине һәм ата-әсәйемде йырсы һөнәрен һайларға кәрәклегенә ышандырҙы. Һәм мин сәнғәт училищеһына уҡырға индем. Башҡортостандың халыҡ артисы Вәхит Ғәлибай улы Хызыров вокал буйынса беренсе педагогым, ә һуңынан сәнғәт институтын (ул ваҡытта академия) тамамланым, остазым — Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Йәмил Әбделмәнов булды. Уның етәкселегендә ошо уҡ институттың аспирантураһын да бөттөм. Шулай уҡ әлеге көндә, белемемде камиллаштырыу маҡсаты менән ситтән тороп БР Башлығы ҡарамағындағы Башҡорт дәүләт идаралығы академияһына дәүләт муниципаль идаралығы һөнәре буйынса уҡып йөрөйөм.
— Ни өсөн һеҙ эш урыны булараҡ нәк ҡала мәҙәниәт һарайын һайланығыҙ? Һәм унда ниндәй йырсыларҙы алалар?
—Беҙ Йәмил Әбделәхәт улы менән кәңәшләшеп, эстрада өлкәһендә нимәгәлер өлгәшә аласаҡмын тигән ҡарарға килдек. Ә театрға килгәндә — барыһын да яңынан башлау тигәнде аңлата. Әйтәйек, Онегин партияһын башҡарыр алдынан, тәүҙә бик күп йылдар хорҙа йырлап ҡына үткәрергә мөмкин. Ҡала мәҙәниәт һарайында мине электән беләләр ине, 2015 йылда ҡуш ҡуллап эшкә алдылар, киләһе йыл бында хеҙмәт итеүемә теүәл 10 йыл буласаҡ. Шул осорҙа бер нисә сольный концертым менән сығыш яһау бәхете тейҙе.
— Ретро, совет йырҙары нимәһе менән оҡшай?
— Совет йырҙары, шулай уҡ рус, башҡорт, татар йырҙары, улар бөгөн модаға ингән ретро — бик музыкаль булыуҙары менән айырылып тора, уларҙы ысын мәғәнәһендә башҡарырға, тауышыңды ла, үҙ оҫталығыңды ла, йәнеңде лә, тойғоларыңды ла күрһәтергә мөмкин. Совет йырҙарында моң, вокал да бар, уларҙы үҙ һөнәрҙәренең оҫта композиторҙары яҙған. Шуға күрә улар йырсыларға ла, тыңлаусыларға ла оҡшай, бөгөн дә бөтә конкурстарҙа яңғырай.
Мөслим Магомаев йырлаған һәм ижад иткән, танылған композиторҙарыбыҙ Рим Хәсәнов, Нур Дауытов, Салауат Низаметдинов ижад иткән бөтә әҫәрҙәрҙе лә яратам. Шулай уҡ Радик Гәрәев репертуарынан байтаҡ йырҙар яҙҙырҙым, ә татар мираҫынан миңә Рөстәм Яхиндың ижады оҡшай. Былар барыһы ла классикаға әйләнгән. Хәҙерге башҡорт, татар йырҙары ла шул уҡ стилистикала яҙыла.
Магомаев репертуарынан күпселек “Матурлыҡ королеваһы”, “Диңгеҙ”, “Шайтан тәгәрмәсе”, “Ерҙең иң яҡшы ҡалаһы” башҡарыла. Әммә ысынында уның йырҙары күпкә күберәк. Былтыр мин Грозныйға конкурсҡа барҙым һәм унда яңы, миңә таныш булмаған «Ҡарҙа йөрәк»те ишеттем. Ул минең күңелемә шундуҡ үтеп инде. Шулай уҡ “Ҡояштан иҫереү” һәм башҡа бик күп матур, һирәк башҡарылған йырҙары бар, уларҙың бер өлөшөн үҙ репертуарыма алдым.
— Ситтән ҡарағанда, һеҙҙең эшегеҙ тик бай рамдарҙан торған кеүек...
— Хоҙай кешеләргә талантты бушҡа ғына бирмәй. Беҙ уның менән тамашасылар менән бүлешергә, уларға шатлыҡ һәм илһам өләшергә бурыслыбыҙ. Әммә артист тормошоноң да үҙ ауырлыҡтары бар. Иң элек йырсы һәр ваҡыт яҡшы вокаль формала булырға тейеш. Өшөргә, тауыш аппаратына, уның ярыларына артыҡ көсөргәнеш һалырға ярамай, ғөмүмән, ябай кешегә үҙенә рөхсәт итә алған күп нәмәләр бар, ә йырсыға — юҡ. Тауыш бик һиҙгер инструмент һәм ул кәрәкле кимәлдә яңғыраһын өсөн бөтә йырсылар ҙа үҙҙәрен нимә менәндер сикләй. Ямғырлы, һыуыҡ көндәрҙә лә сығыш яһарға тура килә. Йәки сифатһыҙ, насар көйләнгән тауыш аппаратураһы ла эләгеүе ихтимал, тамашасылар быны тулыһынса һиҙмәүе лә мөмкин, әммә һин беләһең, барыһы ла башҡаса яңғырарға тейеш, бының өсөн бик ныҡ көйәһең. Һәм дөйөм алғанда артист һәр ваҡыт яҡшы күренергә, һәр шарттарҙа ла үҙен лайыҡлы тоторға бурыслы.
— Кокурстар, гастролдәргә килгәндә...
— Беренсе курста уҡ “Туған мондар” телевизион конкурсында ҡатнаштым. Училищела уҡыған ваҡытта “Туған тел” халыҡ-ара телевизион конкурсында гран-при яуланым, республика һәм халыҡ-ара конкурстары лауреаты булдым. Шулай уҡ И.Иванов исемендәге асыҡ вокалсылар конкурсының, Радик Гәрәев исемендәге “Башҡортостан таланттары” арт-проектының, “Башҡорт ҡарағайы”, Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге Республика конкурстарының гран-приһын яуланым. Шулай уҡ Ҡазан ҡалаһында уҙғарылған Әлфиә Афзалова исемендәге конкурс лауреаты, “Ҡазан һөлгөһө”нөң гран-приһын яулаусы һәм башҡа бик күп конкурстарҙа еңеүсеһе булдым.
“Евразия йөрәге” фестивалендә ҡатнашҡаным, шулай уҡ “Забава” һәм “Метелица” рус халыҡ инструменттары ансамблдәре, Өфө ҡалаһының бөтә оркестрҙары менән сығыш яһағаным бар.
Башҡортостан Республикаһының рәсми делегацияһы составында ике тапҡыр Ҡытайҙа, уның Шанхай, Шиньян, Харбин, Пекин ҡалаларында, шулай уҡ 2022 йылдың май айында Үзбәкстанда булдыҡ.
— Тормош иптәшегеҙ Карина ла йырсы…
— Эйе. Беҙ сәнғәт училищеһында таныштыҡ: армиянан һуң уларҙың курсына эләктем. Башта дуҫлыҡ барлыҡҡа килде, артабан ул мөхәббәткә әүерелде. Ул да профессиональ йырсы, инглиз, рус, башҡорт, татар һәм төрөк телдәрендә йырҙар яҙа. Бергә йыш ҡына сығыш яһайбыҙ һәм был минең өсөн айырым бәхет. Карина ҡаланың мәҙәни-ял итеү үҙәгендә (элекке “Химик” мәҙәниәт һарайы) солист булып хеҙмәт итә һәм яңы ғына БР эске эштәр Министрлығы оркестры солисы булып эшкә урынлашты. Ике ҡыҙыбыҙ бар. Беҙҙең Мәликәғә ете йәш. Ул бәләкәй музыкант, урта махсус музыка колледжында виолончелдә шөғөлләнә. Ә Мирабеллаға әлегә өс йәш. Күптән түгел ике яңы йыр яҙҙым: Гөлфиә Шакирова һүҙҙәренә йырымды “Дуҫтарыма”, ә Флюра Шәрипова менән авторлыҡтағыһын “Ҡыҙҙарыма” тип атап, балаларыма бағышланым.
— Алдағы тормошоғоҙға хыялдарығыҙ, маҡсаттарығыҙ?
— Әлбиттә, артабан да республикабыҙ, бәләкәй Ватаныбыҙ даны хаҡына ижад итергә. Минең фамилиям бик киң таралған һәм бөтә республика буйлап “туғандарым” күбәйҙе, —тип көлә Радмир, — әммә мин һәр ерҙә лә Архангел районынан булыуымды ғорурлыҡ менән белдерәм.
Тыуған район халҡының концерттарға, төрлө ижади һәм мәҙәни сараларға йышыраҡ йөрөүҙәрен күрергә хыялланам. Барыбыҙға ла уңыштар һәм аяҙ күк йөҙө насип итһен.
— Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, һеҙгә үҙебеҙҙең һәм “Инйәр” гәзите уҡыусылары исеменән яңы ижади үрҙәр һәм алҡыштар теләйбеҙ.
Физәлиә Ғәниева әңгәмәләште.
(фото ғаилә архивынан алынды)

Автор:Рахимов А.
Читайте нас