Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
3 Декабрь 2024, 10:51

Иң ҙур бәхет ерҙә — әсә булыу

Йәмәғәтселектең танылыу билдәһе — “Ватан һаҡлаусының әсәһе” миҙалына һәм I-се дәрәжәләге “Герой-әсә” номинацияһында наградаға (ете һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләр) БР-ҙан беҙҙең район вәкиле, райондың балалар хоҡуҡтарын яҡлау секторы мөдире Нина Кривцова лайыҡ булды. 

Иң ҙур бәхет ерҙә — әсә булыуИң ҙур бәхет ерҙә — әсә булыу
Иң ҙур бәхет ерҙә — әсә булыу

24 ноябрҙә Рәсәйҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙең “Аструс” туристик үҙәк йортонда Әсәләр көнөнә арналған ҙур сара — Ҡатын-ҡыҙҙар Көстәре Союзының “Герой-әсә-2024” йәмәғәт наградаһын тапшырыу тантанаһы үтте. Унда күп балалы әсәләр, уларҙың балалары, туғандары һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты. Сара барышында алты номинация буйынса: “Патриот тәрбиә биргән әсә”, I дәрәжә “Герой-әсә", II дәрәжә “Герой-әсә”, III дәрәжә “Герой-әсә” номинациялар буйынса әсәләрҙе бүләкләү үтте. Быйыл уларға “Әсәлек батырлығы” һәм “Балаларҙа тормош дауам итә” номинациялары өҫтәлде.
Йәмәғәтселектең танылыу билдәһе — “Ватан һаҡлаусының әсәһе” миҙалына һәм I-се дәрәжәләге “Герой-әсә” номинацияһында наградаға (ете һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләр) БР-ҙан беҙҙең район вәкиле, райондың балалар хоҡуҡтарын яҡлау секторы мөдире Нина Кривцова лайыҡ булды. Тормош иптәше Александр Степанов менән ғаиләләрендә ете бала тәрбиәләйҙәр. Өлкән улдары юғары хәрби танк училищеһын тамамлап, әлеге көндә МХО зонаһында хеҙмәт итә, офицер. Икенсе ҡыҙҙары — Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты. Ә тағы биш бала 1-се Архангел мәктәбен уҡыу алдынғылары, йәмәғәт һәм спорт тормошо әүҙемдәре. Был наградаға дәғүә итеү өсөн ғаилә ғариза биргән һәм ойошманың сайтында анкета тултырған. Еңеүселәрҙе конкурс нигеҙендә махсус комиссия билдәләгән.
— Тантана башланыр алдынан ҡунаҡтар өсөн Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы студенттарының инструменталь ансамбле сығыш яһаны. Байрамда Рәсәйҙең берҙәм, татыу ғаиләләре үҙ-ара танышыу, аралашыу мөмкинлеге алды. Балалар хәтерендә был ваҡиға мәңге ҡаласаҡ, сөнки улар алыҫтан Мәскәүгә килеп, ата-әсәләренең балаларға ғүмер биреү һәм Рәсәй Федерацияһы граждандары патриоттарының яңы быуынын тәрбиәләү буйынса төп, тормошсан, ижтимағи әһәмиәтле, кешелекле бурысты уңышлы үтәгәндәре өсөн хөрмәтләүҙәрен үҙ күҙҙәре менән күрҙе, — тип тәьҫораттары менән бүлеште Нина Александровна.
Күп балалы ғаиләләр Рәсәй йәмғиәтенең яңы элитаһы булырға тейеш, сөнки тап ошондай ғаиләләрҙә ысын патриоттар һәм геройҙар тәрбиәләнә. Ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ, патриотизм, үҙ йортон һәм Ватанын яҡларға әҙерлек тамырҙары менән ғаиләгә барып тоташа, ғаиләнән башлана. Шуға күрә күп балалы әсәләр конкурсында Ҡатын-ҡыҙҙар Көстәре Союзы “Патриот тәрбиәләгән әсә” номинацияһын да булдырған.
Физәлиә Ғәниева.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас