Урал Сәйфетдин улы был хәйриә акцияһының даими ҡатнашыусыһы. Ул Басиновка ауылынан махсус хәрби операция геройы әсәһе Нәсимә Әсәҙуллинаға “Инйәр” район баҫмаһына ярты йылға подписка бүләк итеп, был изге эше менән күңел йылылығын һәм иғтибарын да бүлде.
— Үҙебеҙҙең яугирҙәргә бөтә йүнәлештәрҙә, шулай уҡ рухи яҡтан да ярҙам итергә кәрәк, — тигән фекерҙә ул.
Этафетаны ул Краснокуртовка ауыл хакимиәте башлығы Владимир Николаевич Карповҡа тапшырҙы.
Республикала Башҡортостан Республикаһы “Нәшриәт йорто” башлап ебәргән “Изге яҙылыу” акцияһы дауам итә. Теләгән һәр кем махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, туғандарына һәм яҡындарына, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, күмәк балалы, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, оло йәштәге кешеләргә яратҡан республика, ҡала һәм район баҫмаларына яҙылыу бүләк итеп, шулай уҡ эстафетаны дуҫтарына тапшыра ала.
Мәғлүмәттәр менән бүлешеү теләге — күңел байлығы билдәһе, кешенең изге ниәттәрен һәм изге эштәренең сағылышы булып тора.
Физәлиә Ғәниева.