Районда “Изге яҙылыу” акцияһы йәнә старт алды. Был мәрхәмәтлек акцияһына районыбыҙҙың “Ватанды яҡлаусылар” социаль фонды координаторы Регина Ишмөхәмәтова ла ҡушылды. Ул Көмәрле ауылында йәшәүсе махсус хәрби операция яугиренең әсәһе Менәүәрә Дәүләтоваға “Инйәр” район гәзитенә ярты йыллыҡ подписка бүләк итте.
Сауаплы эш башҡарыусы Регина Ҡәдир ҡыҙы әйтеүенсә, беҙҙең халыҡ матбуғат аша район тормошо, көнүҙәк проблемалар, яҡташтарыбыҙҙың уңыштары тураһында дөрөҫ мәғлүмәт алырға тейеш.
“Ватанды һаҡлаусылар” фонды Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса ойошторолдо. Уның төп маҡсаты — МХО ветерандарын, һәләк булған һәм яраларынан вафат булған яугирҙәрҙең ғаиләләрен шәхси социаль оҙатыу. Фонд тейешле ярҙам сараларын алыуҙа ярҙам күрһәтә һәм Ватанды һаҡлаусыларға тыныс тормошҡа ҡайтырға ярҙам итә.
Әйткәндәй, “Изге яҙылыу” акцияһына теләгән һәр кем ҡушылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың ата-әсәһенә, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә “Инйәр һәм “Архангельский вестник” район гәзиттәренә подписка бүләк итә ала.
Әйҙәгеҙ, яҡташтар, изге эшкә әүҙем ҡушылайыҡ!
Физәлиә Ғәниева.