Әсәйҙәр көнө уңайынан “Инйәр” гәзите редакцияһының “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Әсәйем минең” тип исемләнгән фотоконкурс ойошторолдо. Бәйгелә барыһы 50 ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты. Улар бер ай самаһы дауамында үҙ-ара иң күп тауыш биргән гүзәл затты һайланы. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса иң күп мәрәйҙе (1774 тауыш) Архангел ауылынан Люциә Дәүләнова йыйып, еңеүсе исеменә лайыҡ булды.
- Конкурста ҡатнашыу өсөн фотомды ейәнсәрем Радмила ебәрҙе. Аллаға шөкөр, туғандарым күп, шуға ла тауыш биреүҙә бөтә Башҡортостан, Ҡазан ҡалаһы, хатта Себер тарафтарында йәшәгән яҡындарым ҡатнашты. Бәйгенең беренсе көнөнән алып ул тамамланғанға тиклем күҙәтеп барҙыҡ. Еңеүсе исеме асыҡланғас, әсәйҙәр көнө икеләтә ҡыуанысыраҡ булды. Тауыш биреүселәрҙең барыһына ла рәхмәт, - тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты Люциә Дәүләнова.