Инйәр
+28 °С
Болотло
Новости
14 Ноябрь 2024, 10:45

Сәйегеҙ — тәмле, табынығыҙ — йәмле булһын!

Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә, Көмәрле ауылы мәҙәниәт йортонда, күптәнге йола буйынса, сәй байрамы ойошторолдо.

Сәйегеҙ — тәмле, табынығыҙ — йәмле булһын!Сәйегеҙ — тәмле, табынығыҙ — йәмле булһын!
Сәйегеҙ — тәмле, табынығыҙ — йәмле булһын!

Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә, беҙҙең ауыл мәҙәниәт йортонда, күптәнге йола буйынса, сәй байрамы ойошторолдо.
Сараның беренсе өлөшөндә “Берҙәмлектә беҙҙең көс” исемле тематик сәғәт үткәрелде. Уның барышында был байрамдың барлыҡҡа килеү тарихы, әһәмиәте, Рәсәйәҙә йәшәгән халыҡтарҙың илһөйәрлеге, үҙ-ара ярҙам итеп, берҙәм йәшәүҙәре тураһында булды әнгәмәбеҙ.
Сараның икенсе өлөшөндә ҡунаҡтар беҙҙең илдә сәйҙең барлыҡҡа килеү тарихы, уның файҙаһы, сәй йолаһының үҙенсәлектәре менән танышты. Был ҡыҙыҡлы мәғлүмәтте урындағы эшҡыуар, сәй, шифалы үләндәр тураһында белгес Андрей Федорович Алексеев һөйләне.
Байрамда ҡатнашыусыларҙың барыһы был эсемлекте ысын мәғәнәһендә баһалай. Күптәр уның ҡайнатыу рецептары менән уртаҡлашты. Ҡатнашыусылар сәй эсеп кенә ҡалманы, халыҡ йырҙарын башҡарҙы, уға бағышланған төрлө бәйгеләрҙә, ярыштарҙа ҡатнашып, сәйҙең сорттарын тапты, мәҡәлдәрҙе әйтеп, йомаҡтарҙы систе, “сәй серҙәрен аса” викторинаһының һорауҙарына яуаптар бирҙе. Ә кисәнең иң сағыу мәле булып башҡорт аш-һыуының милли ризыҡтарын тәмләп ҡарау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү булды.
Дуҫлыҡ, татыулыҡ, үҙ-ара ярҙам мөхите халыҡтар берҙәмлеге көнөнөң асылын сағылдырҙы.
Байрамда барлыҡ ҡатнашыусыларға һәм бағыусыбыҙ Андрей Федоровичҡа Алексеевҡа рәхмәт белдерәбеҙ.
Гөлнара Мырҙагилдина,
Көмәрле ауыл мәҙәниәт йорто мөдире.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас