Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
13 Ноябрь 2024, 06:39

Дарыу үләндәре етештереүселә ҡунаҡта

“Дауалап булмаҫлыҡ ауырыуҙар юҡ — бары тик ирекһеҙлек кенә бар. Файҙаһыҙ үләндәр юҡ,белем етмәү генә бар”.(Авиценна).

Дарыу үләндәре етештереүселә ҡунаҡтаДарыу үләндәре етештереүселә ҡунаҡта
Дарыу үләндәре етештереүселә ҡунаҡта

“Дауалап булмаҫлыҡ ауырыуҙар юҡ — бары тик ирекһеҙлек кенә бар. Файҙаһыҙ үләндәр юҡ,белем етмәү генә бар”.(Авиценна).
Беҙҙең район экологик яҡтан таҙа тип иҫәпләнһә лә, Республика һәм хатта Архангел районы халҡы араһында онкология сирҙәре асыҡланған осраҡтар йышайған. Был ҡурҡыта, иҫкәртеү, сәләмәт туҡланыу, һаулыҡты нығытыу өсөн дарыу үләндәрен ҡулланыу тураһында уйларға мәжбүр итә.
Ноябрь айында беҙ 6-сы класс уҡыусылары менән Көмәрле ауылына экскурсияға сыҡтыҡ. Унда инде бер нисә йыл Андрей Федорович Алексеев етәкселегендәге “Урал емештәре” ЯСЙ-һы уңышлы эшләй.
Андрей Федорович беҙҙең мәктәптең даими ҡунағы —уның тарихи, биологик характерҙағы әңгәмәләре бәләкәй тыңлаусылар араһында һоҡланыу уята.
“Липка” мәктәп урмансылығы балалары менән дарыу үләндәре етештереү тураһында тәрәнерәк танышырға уйланыҡ. Көмәрле ауылының төньяҡ өлөшөнә килеп еткәс, өс бүлмәле ҙур булмаған ҡоролмалар күренә. Беҙҙе ихлас ҡаршы алдылар һәм етештереү циклын күрһәтергә тырыштылар.
Беренсе бүлмәлә келәт, икенсеһендә ваҡлау, киптереү, туңдырыу ҡоролмалары урынлашҡан. Былар барыһы ла үлсәнә һәм өсөнсө бүлмәлә махсус төрөү пакеттарына һалына. Предприятие 50-нән ашыу төр дарыу сеймалы йыя. Уның продукцияһы “Уралберри” сауҙа маркаһы менән республиканың 20-нән ашыу районына һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә Алыҫ Көнсығыштан Ҡырымға тиклем оҙатыла. Ғәжәп, бөтә производство бында, Көмәрле ауылында урынлашҡан.
Ҡулланыусыларға алып барып еткереү “Велберрис” һәм “Озон” интернет-магазиндары аша башҡарыла. Йәнә яңы ғына баш ҡалабыҙ Өфөлә Андрей Федорович үҙенең фирмаһының сауҙа нөктәләрен асты. Бөтә продукция сертификацияланған, ыңғай баһалар күп.
Бындай эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү отошломо, юҡмы тигән һорау биргәндә, ул, уйланып, былай тине: “Файҙа бар, әммә эшмәкәрлегебеҙҙең төп маҡсаты — халыҡ араһында сәләмәт йәшәү рәүешен индереү. Беҙ ошо аяҡ аҫтында үҫкән үләндәр ярҙамында 2-се типтағы гепатитты ,бауырҙы, бөтә төр һалҡын тейеү, вирус инфекцияларҙы, тире проблемаларын, аллергияны дауалай алабыҙ.
Беҙҙең территория экологик яҡтан таҙа, дауалау ресурсына бик бай, беҙ өҫтәмә тәьҫирҙәрһеҙ дауалауға күсә алабыҙ, комплекслы фито һәм минераль терапия ярҙамы менән. Тәүҙә Инйәр ярҙарынан зәңгәр балсыҡ, төрлө үлән йыйылмаларынан фитосәйҙар ҡулланыу етә һәм шунда уҡ көс һәм энергия ағымын тояһың, йәшәү көсө бөтә тән буйлап тарала, тәбиғәт менән үҙ берҙәмлегеңде аңлайһың”.
Балалар Андрей Федоровичтың зарарлы һәм файҙалы аҙыҡ-түлек, дарыу үләндәренең организмыбыҙға нисек тәьҫир итеүе тураһында һөйләгәндәрен һоҡланып тыңланы. 6-сы класс уҡыусылары экскурсиянан һуң үҙ тәьҫораттары менән бүлеште:
“Миңә күп яңылыҡтар тыңлау ҡыҙыҡ булды, мәҫәлән, дарыу үләндәре нисек йыйыла, ябай емеш-еләктән нисек файҙалы ҡатнашма яһала”, — тип һөйләне Сәлихова Зарина.
“Шулай уҡ, әгәр дарыу үләнен юғары температурала ҡайнатһаң, күп файҙалы матдәләр тарҡала, тип аңлаттылар. Мин был хаҡта ата-әсәйемә мотлаҡ һөйләйәсәкмен”, — тине Николаева Анжелика.
"Мин ҡышҡыһын тәмле-татлы урынына ҡоро емеш ашау яҡшыраҡ икәнен белдем, һәм грек сәтләүеге лә бик файҙалы, унда витаминдар һәм организмыбыҙ өсөн кәрәкле матдәләр күп»,— тигән фекере менән бүлеште Мирсаяпов Руслан да.
“Киптерелгән финиктар тәм-том урынына яҡшыраҡ ашала, татлы газлау теш эмален емерә. Хәҙер беләм, температура 100 градусҡа тиклем күтәрелһә, витаминдар тарҡала. Был предприятиела үҫемлектәр 60 градусҡа тиклем йылылыҡта яһала һәм һаҡлана”,— тип үҙ тәьҫораттары менән Тарасенко Кристина бүлеште.
Күптән түгел Андрей Федорович Өфөлә “Бизнес аҙналығы” Халыҡ-ара форумында ҡатнашып, унан бихисап пландар, үҙенең эшен артабан киң йәйелдереүгә ҙур өмөт менән ҡайтты. Уға уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Рүзилә Мөфтәхова,
Благовещенка мәктәбе
биология һәм химия уҡытыусыһы.
Фото автор тарафынан ебәрелде.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас