Инйәр
+3 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Октябрь , 10:48

Әсә бәхетле икән, ғаилә лә, донъя ла бәхетле

Өфөлә “Торатау” Конгресс-холындағы барған “Кәртәләрҙе емереп” III Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһенең бөгөнгө майҙансыҡтарының береһендә ҡатын-ҡыҙ бәхете тураһында йөкмәткеле һәм йәнле һөйләшеү булды. Оло форумдың Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек йылы сиктәрендә уҙғарылыуын билдәләп үтәбеҙ. 

Әсә бәхетле икән, ғаилә лә, донъя ла бәхетле
Әсә бәхетле икән, ғаилә лә, донъя ла бәхетле

Өфөлә “Торатау” Конгресс-холындағы барған “Кәртәләрҙе емереп” III Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһенең бөгөнгө майҙансыҡтарының береһендә ҡатын-ҡыҙ бәхете тураһында йөкмәткеле һәм йәнле һөйләшеү булды. Оло форумдың Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек йылы сиктәрендә уҙғарылыуын билдәләп үтәбеҙ. “Әсә бәхетле икән, уның ғаиләһе лә, тотош донъя ла бәхетле” тигән “түңәрәк өҫтәл” артындағы ихлас әңгәмәлә үҙенсәлекле балаларҙың ата-әсәләре, йәмәғәтселәр, эшҡыуарҙар үҙ бәхет юлы тураһында һөйләне, тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

– Үҙенсәлекле балалар ғаиләгә осраҡлы ғына килмәй. Балалар менән шөғөлләнеү – ата-әсә миссияһы. Ә мин иһә ошондай ҡатмарлы балаларҙың әсәләре менән шөғөлләнергә әҙермен, – тине сараның авторы, бәхеткә, маҡсатҡа илһамландырыусы тренер, үҙенсәлекле бала әсәһе Гүзәл Бугера. Ул бөгөн ҡатын-ҡыҙҙың яҡшы әсә, ҡатын булыуы ғына түгел, үҙ булмышын асыуы, эске ынтылышын ғәмәлгә ашырыуы ла бик мөһим икәне хаҡында һөйләне.

 “Түңәрәк өҫтәл" артында сығыш яһаусы табип-невролог, сексолог, медицина фәндәре кандидаты Диана Анисимова ата-әсәнең күңел торошо баланың һаулығына ла, кәйефенә лә ифрат ҙур йоғонто яһауын билдәләне.

 – Мин биш йыл Башҡорт дәүләт медицина университетында буласаҡ педиатрҙарҙы уҡыттым. Студенттар өсөн дәрестәр Балалар психоневрология һәм эпилептология үҙәгендә үтә торғайны. Беҙ реабилитация мөмкинлектәре бер үк кимәлдә булған, бер үк йәштәге балаларҙың һөҙөмтәләре төрлө булыуына иғтибар иттек. Һәм шуны асыҡланыҡ: барыһы ла уларҙы нисек тәрбиәләүгә-ҡарауға бәйле. Бөгөнгө форумда үҙенсәлекле балалар тураһында һүҙ алып барғанда уларҙың әсәләре тураһында ла оноторға ярамай. Сөнки төп яуаплылыҡ, көс уларға төшә. Уларҙың күңел торошона, һаулығына балаһының реабилитацияһы, уңышы ныҡ бәйле.

Сараға йыйылған гүзәл заттар бер тауыштан уның фекерен ҡеүәтләне: әсә, иң ҡатмарлы шарттарҙа ла, шул иҫәптән ғаиләлә үҙенсәлекле бала үҫкән саҡта ла, үҙен, сәләмәтлеген, ҡыҙыҡһыныуҙарын оноторға тейеш түгел.

 Сарала ҡатнашыусылар үҙенсәлекле бала – уникаль система буйынса йыр сәнғәтен уҡытыусы, “Асыҡ микрофон” студияһын ойоштороусы Софья Бугераның сығышын алҡыштар менән оҙатты. Ул үҫеш үҙенсәлектәре булған барлыҡ балаларҙың тормошта үҙ урынын, яратҡан эшен табыуын теләне. “Йыһан, сәләм, был мин!” – тип донъяға үҙең хаҡында белдермәһәң, һине берәү ҙә күрмәҫ”, – тигән һүҙҙәрен һәр кем күңелгә һалырға тейештер. Софья тауышты асыу буйынса күңелле лә, файҙалы ла күнекмә үткәрҙе.

Әкиәт терапияһы буйынса педагог, визажист, стилист, фитнес-тренер, косметология салондары етәксеһе лә бар ине бар ине әңгәмәләшеүселәр араһында. Улар ихлас күңелдән оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы. Бәхетле, матур һәм көслө булыу серен һис йәшермәй уртаҡлашҡан, йөрәк йылыһын йәлләмәй өләшкән был гүзәл әсәләрҙең һәр ҡайһыһының яҙмышы тетрәндергес китапҡа торош...

Александр Королев фотолары. 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас: