Инйәр
+28 °С
Болотло
Новости
23 Октябрь 2024, 10:51

Яңы офоҡтар, сағыу тәьҫораттар...

«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проектын ойоштороусылар барыһына ла әүҙем ҡатнашҡандары һәм ыңғай кәйефтәре өсөн рәхмәт белдерә.

Яңы офоҡтар, сағыу тәьҫораттар...Яңы офоҡтар, сағыу тәьҫораттар...
Яңы офоҡтар, сағыу тәьҫораттар...

“Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты буйынса хаҡлы ялдағылар Изге Ҡыуаҡтар — Изге Троица ҡатын-ҡыҙҙар монастыры —“Ҡыҙыл Шишмә” һыу сығанағы маршруты буйлап сираттағы ҡыҙыҡлы сәйәхәткә юлланды.
Юлда беренсе туҡталыш Изге Ҡыуаҡтар монастыры булды. Был урында, риүәйәт буйынса, Алла алиһәһе иконаһы барлыҡҡа килгән. Экскурсияла ҡатнашыусылар ғибәҙәтханаға барып, уның тарихы һәм православие динен тотоусылар өсөн әһәмиәте тураһында белде.
Киләһе туҡталыш Изге Троица ҡатын-ҡыҙҙар монастыры ине. Сәйәхәтселәр православие ғибәҙәтханаларының матурлығын һәм бөйөклөгөн күреп, уның бер нисә быуатлыҡ мауыҡтырғыс тарихы, ваҡиғалары тураһында белә алды. Шулай уҡ улар ашханаһына барып, унда традицион рус аш-һыуҙарын тәмләп ҡарай алды.
Экскурсияның аҙағы булып “Ҡыҙыл Шишмә” һыу сығанағы тора ине. Ул үҙенең шифалы һыуы менән дан тота. Был ҡабатланмаҫ урын Рәсәйҙә күләме буйынса эсәр һыуҙың иң ҙуры, донъяла — икенсе урынды биләй. Экскурсияла ҡатнашыусылар тәбиғәттең матурлығынан ләззәт алып, шишмә һыуында бит-ҡул йыуып, үҙҙәренә дәрт һәм көс алды.
Хаҡлы ялдағылар был сәйәхәттә дуҫтары менән осрашып, ят ерҙәр күреп, күп нәмәләр белеп, ыңғай тәьҫораттар, яңы танышыр табырға мөмкинлек алды. Бындай сәйәхәттәр программала ҡатнашыусыларға әүҙем йәшәү рәүешен һаҡларға һәм тирә-яҡ донъяға ҡыҙыҡһыныу һаҡларға ярҙам итә.

«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проектын ойоштороусылар барыһына ла әүҙем ҡатнашҡандары һәм ыңғай кәйефтәре өсөн рәхмәт белдерә.
Алевтина Тиунова,
райондың йәштәр эштәре, физик культура
һәм спорт буйынса комитет рәйесе.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас