Проект 2024 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырылды.
Был мәртәбәле сарала районыбыҙҙың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Вәлимә һәм Закир Өмөтбаевтарҙың татыу ғаиләһе ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Салауат Илгиз улы Кирәев ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте:
— Бөгөнгө көндә иң мөһим маҡсатыбыҙ – ғаилә ҡиммәттәрен, йолаларын һаҡлау, балаларыбыҙға өлкәндәргә хөрмәт һәм илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү.
Конкурс бөтә республиканан ижади ғаиләләрҙе берләштерҙе. Төбәгебеҙҙең төрлө мөйөштәренән: Архангел, Баймаҡ, Мишкә, Салауат, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Өфө, Учалы райондарынан, шулай уҡ Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларынан 12 ғаилә ҡатнашты. Иң йәшенә бер ай ғына, ә иң өлкәненә иһә 90 йәш тулған.
Бәйгеселәр үҙҙәренең музыкаль һәләттәрен һәм берлектә эшләү оҫталығын күрһәтергә тейеш ине. Өмөтбаевтар ғаиләһе сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ программаһы менән сығыш яһап, тамашасыларҙы һәм жюри ағзаларын һоҡландырҙы. Үҙҙәренең сәнғәткә һөйөүен бәләкәйҙән шул мөхиттә тәрбиәләнеп, артистар булып бөткән балаларына ла еткерә алғандары, өлкән йәштәге әсәләрен йәлеп итеп, быуын күсәгилешлеген күрһәтә алыуҙары, әлбиттә, маҡтауға лайыҡ. Улар үҙ сығыштарында музыканың кешеләрҙе берләштерә, шатлыҡ һәм уңыш килтерә алыуын күрһәтә алды.
Конкурста ҡатнашыусыларҙы компетентлы жюри баһаланы, уның составына Башҡортостан республикаһының билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре генә түгел, ғаилә парҙары ла инде: рәйесе — Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, күп кенә Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты Азамат Тимеров һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, “Ауаз” фольклор ансамбле етәксеһе Нәсимә Тимерова; республика, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Рузан Ғәниәтуллин һәм БР-ҙың атҡаҙанған артисы Зәлиә Ғәниәтуллина; Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәсән Усманов һәм Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты Зилә Усманова; Башҡортостандың халыҡ артисы, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңлеғәфүр Зәйнетдинов һәм милли биҙәүестәр эшләү буйынса оҫта Гөлгөнә Зәйнетдинова; БР-ҙың атҡаҙанған артисы Урал Мортазин һәм халыҡ артисы Лилиә Ишемйәрова.
Бәйге сиктәрендә жюри ағзалары һәм конкурсанттар ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл уҙҙы, унда белгестәр уларға сығыш яһау буйынса кәңәштәр, техник һорауҙар бирҙе, репертуар һайланы.
“Атайсал” мәҙәни үҙәге фойеһында ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе ойошторолдо, унда кейеҙ һуғыу, мини-күкрәксә эшләү һәм таҫма менән сигеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Конкурстың гран-приһына Мишкә районынан “Тыуған көнөң менән, апай” исемле сығышы менән Сәғәҙиевтәр ғаиләһе эйә булды.
I урынды иһә “Әсәйемдең ғүмер байрамы” ижади номеры менән Өмөтбаевтар ғаиләһе яуланы.
Мишкә районынан Хәмитовтарҙың “Памаш” (Шишмә) исемле ғаилә ансамбле, халыҡ музыка ҡоралдарында сығыш яһап II, ә Баймаҡтан Хәсәновтар “Ултырайыҡ әле бөгөнгө кис” ижади композицияһы менән III урын алды.
Мәҙәни үҙәк сәхнәһендә проекттың финалсыларына 100, 70, 50, 30 һәм 10 мең һумлыҡ аҡсалата сертификаттар тапшырылды.
Проект ғаилә йолаларын һәм ҡиммәттәрен һаҡлауға һәм нығытыуға, ата-әсәләрҙе һәм балаларҙы берлектәге ижади эшмәкәрлеккә әүҙем йәлеп итеүгә булышлыҡ итеүгә, шулай уҡ ата-әсәләр һәм балалар араһында аралашыуҙың педагогик мәҙәниәтен күтәреүгә йүнәлтелгән.
Физәлиә Ғәниева.