Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
23 Октябрь 2024, 10:58

“Гөлнәзирә”ләр - Өфөлә

Уҡытыусылар көнө алдынан Өфөләге Башҡорт кооператив техникумында Убалар ауыл клубының “Гөлнәзирә” фольклор ансамбле ҡунаҡта булды.

“Гөлнәзирә”ләр - Өфөлә“Гөлнәзирә”ләр - Өфөлә
“Гөлнәзирә”ләр - Өфөлә

Ауылыбыҙҙың данлы “Гөлнәзирә” фольклор төркөмө ҡыҙҙары ошо матур байрамға саҡырылып, үҙҙәренең моңло йырҙарын һәм бейеүҙәрен бүләк иттеләр. Сығыштары уҡытыусыларҙы һәм педагогик хеҙмәт ветерандарын хөрмәтләүгә арналды. Ветерандарҙы был көн менән менән ҡотлау йолаһы Башҡортостан Республикаһы ҡулланыусылар йәмғиәте союзы Башҡорт кооператив техникумында ла яҡшы тамыр йәйгән.
Техникумдың директор урынбаҫары Ә.М.Ғәлимова артистарға рәхмәт белдереп:
— “Гөлнәзирә” фольклор ансамбленең сығышы башҡорт кооператив техникумы студенттары һәм уҡытыусылары өсөн сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға булды. Ул бөтәһенә лә матурлыҡ ләззәте бүләк итеүҙән тыш, байрам һәм уҡытыусы һөнәренә хөрмәт мөхитен тыуҙырҙы, — тип ижади илһам теләне һәм директор исеменән Рәхмәт хаты, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Сара сәй эсеү менән тамамланды, осрашыуҙа ҡатнашыусылар йылы һүҙҙәр менән уртаҡлаштылар.
Шундай матур уҡыу йортон коллективын, студенттарын күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Кисәне ойоштороусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, артабан да ҙур уңыштар насип итһен!
Зөбәйҙә Йәнешева,
Убалар ауыл клубы мөдире.
(автор фотоһы)

Автор:Рахимов А.
Читайте нас