Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
23 Октябрь 2024, 10:47

Бергәләп мәҙәни мираҫ булдырабыҙ

Ижад кешеләрҙе берләштерә, ә матбуғат уларға тирә-яҡ донъя тураһында күберәк белергә ярҙам итә.

Бергәләп мәҙәни мираҫ булдырабыҙБергәләп мәҙәни мираҫ булдырабыҙ
Бергәләп мәҙәни мираҫ булдырабыҙ

Район балалар сәнғәт мәктәбенең бөтә коллективы, тәжрибәле уҡытыусыларҙан алып йәш музыканттарына тиклем, беҙҙең район баҫмаларына йыл да дәррәү яҙыла. Быйыл да ситтә ҡалманылар, декада барышында бөтәһе лә район баҫмаларына яҙылып ҡуйҙы. Улар район мәҙәниәтенең һәм матбуғат эшмәкәрлегенең бергәләп мөһим эш башҡарыуына сағыу миҫал булып тора.
Ни өсөн сәнғәт уҡытыусылары тап беҙҙең район гәзиттәрен һайлаған? Яуап ябай: беҙ район тормошоноң төрлө йүнәлештәрен, шул иҫәптән мәҙәни өлкәһе тураһында ла ентекләп яҡтыртырға тырышабыҙ.
Балалар музыка мәктәбе —ул уҡыу йорто ғына түгел, унда йәш таланттар музыканы яратырға һәм үҙҙәренең ижади мөмкинлектәрен асырға өйрәнгән үҙәк. Гәзитебеҙгә яҙылып, балалар сәнғәт мәктәбе хеҙмәткәрҙәре һуңғы яңылыҡтарҙы, ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы һәм мәҙәни сараларҙы күҙәтеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Сөнки музыка — ул ноталар һәм аккордтар ғына түгел, ә тормоштоң, уның шатлыҡтарының һәм мәсьәләләренең сағылышы ла.
Ижад кешеләрҙе берләштерә, ә матбуғат уларға тирә-яҡ донъя тураһында күберәк белергә ярҙам итә.
Физәлиә Ғәниева.
(Мария Назаренко фотоһы)

Автор:Рахимов А.
Читайте нас