Беҙҙең ауылда “Көҙ бүләге” йәрминкәһе үтте. Сара төрлө йәштәге һәм ҡыҙыҡһыныуҙары булған халыҡты берләштерҙе.
Йәрминкәгә ауыл халҡы үҙ баҡсаларында үҫтергән төрлө йәшелсә-емештәрҙән тыш өйҙә бешерелгән ҡамыр ризыҡтары, ҡайнатмалар, турамалар һәм һөт аҙыҡтарын тәҡдим итте. Килеүселәр был тәмле һәм файҙалы ризыҡтарҙы бик теләп һатып алды.
Байрамда өлкәндәрҙең генә түгел, ә балаларҙың да ҡатнашыуы айырыуса күңелдәрҙе күтәрҙе. Ул берлектәге тырышлыҡтың нисек уңышҡа килтереүенә сағыу миҫал булып, хатта бәләкәй генә сараның да бөтә ауыл өсөн ысын байрамға әйләнеүен күрһәтте.
Был һатыу-күргәҙмәне әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәтемде белдерәм. Бындай йәрминкәләр артабан йолаға әүерелер һәм даими уҙғарылыр тип ышанабыҙ. Ул ауыл халҡына тәжрибә уртаҡлашырға, рецептар менән бүлешергә һәм аралашырға мөмкинлек бирәсәк.
Гөлнара Мырҙагилдина,
Көмәрле ауыл мәҙәниәт йорто мөдире.