Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
23 Октябрь 2024, 11:01

“Ауыл ҡатын-ҡыҙына дан” йырлап

Район мәҙәниәт йортонда ошондай исем аҫтында күңел асыу — музыкаль кисә үтте. 

“Ауыл ҡатын-ҡыҙына дан” йырлап“Ауыл ҡатын-ҡыҙына дан” йырлап
“Ауыл ҡатын-ҡыҙына дан” йырлап

Шуныһы иғтибарға лайыҡ, был матур көҙгө байрамды 2008 йылда ғына билдәләй башлайҙар. Ул ауыл ерен үҫтереүгә өлөш индергән, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарға хөрмәт күрһәтеүҙе символлаштыра.
Сибәр йөҙөн ҡара тут ҡаплаһа ла,
Ҡарашында – йәшәү ялҡыны.
Ут сәсрәтеп донъяһын да көтә,
Эй, уңған ул ауыл ҡатыны!
Беҙҙең районда ғәжәйеп ҡатын-ҡыҙҙар йәшәй, төрлө ерҙәрҙә хеҙмәт итә: мәҙәниәт, мәғариф, медицина, һатыу итеү, кәсепселек, эшҡыуарлыҡ, етештереү өлкәһендә, хакимиәт вәкилдәре булараҡ та үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтә. Улар “көсһөҙ енес”кә хас хәстәрлекте генә түгел, ә рухи көс, ышаныс һәм тоғролоҡ өлгөһө.
Байрамға хеҙмәт ветерандары, шулай уҡ район ҡатын-ҡыҙҙары араһынан теләгән һәр кем саҡырылды.
– Һеҙҙең аҡыллылығығыҙ, изгелегегеҙ, юғары һөнәр оҫталығығыҙ һәм эшһөйәрлегегеҙ өсөн рәхмәт әйтәбеҙ, — тине Сәриә Мөхәмәтлатип ҡыҙы.
Көн геройҙарына үҙҙәре һәм мауығыуҙары тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтте. Улар сәскә, баҡса үҫтереү, бәйләм бәйләү, аш-һыу әҙерләү менән бер рәттән концерттарҙа сығыш яһарға, сәйәхәт итергә, спорт менән шөғөлләнергә ярата, шул иҫәптән ирекмәндәр хәрәкәтендә лә әүҙем ҡатнаша.
Дуҫтарса аралашыу сараһы сәй эсеү менән дауам итте. Унда ҡатнашыусылар өсөн төрлө уйынлы-көлкөлө ярыштар, был көнгә ҡағылышлы йырҙар, билдәле әйтемдәрҙең аҙағын фаразлау буйынса конкурстар тәҡдим ойошторолдо..
Программа район мәҙәниәт йорто артистары: Екатерина Егорова, Фәрүәз Камалетдинов, Закир Өмөтбаевтың сағыу сығыштары менән үрелеп барҙы. Ҡунаҡтар улар башҡарған моңло йырҙар аша йәшлек йылдарына ҡайтты, бәләкәй ватан хаҡына фиҙаҡәр хеҙмәт йылдарын иҫкә төшөрҙө, дәртләнеп бейергә төштө, ҡушылып йырланы. Ә һуңынан үҙҙәре лә таланттарын күрһәтте: Венера Ҡотлогилдина көслө моңло тауышы менән ҡыуандырҙы, педагогик хеҙмәт ветераны Гөлирә Фәйрүзова тыуған яҡҡа һөйөү тураһында шиғырына йыр башҡарҙы, ҡобайырҙар авторы Нәсимә Юлмөхәмәтованың сығышы ла йылы ҡабул ителде.
Байрамға төрлө яҡлап үҫешкән, әүҙем һәм даланлы байтаҡ ҡатын-ҡыҙҙар йыйылды: педагогик хеҙмәт ветераны Роза Ғәббәсова, башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын дауам итеүсе Вәсилә Камалетдинова, педагогик хеҙмәт ветераны Нәүфилә Ҡадимова, күптән түгел йәштәрҙе ашнаҡсы һөнәренә өйрәткән Татьяна Рыжикова, оҙаҡ йылдар ҡулланыусылар кооперацияһы системаһында эшләгән Флизә Исхаҡова. Хаҡлы ялға сыҡҡас та улар барыһы ла сафта ҡала, тыуған районыбыҙға файҙа килтерә.
Ауылдарҙа элек-электән ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡул эштәре менән шөғөлләнеү, яңылыҡтар менән алмашыу йәки күңел кисерештәрен уртаҡлашыу өсөн бергә йыйыла торған йолаһы булған. Сара был боронғо йоланы тергеҙеүгә булышлыҡ итте.
Ошоноң һымаҡ осрашыуҙар йышыраҡ үткәрелеп торһон, ауыл ҡатын-ҡыҙы тормошонда мөмкин тиклем күберәк яҡты, сағыу һәм шатлыҡлы көндәр булһын тигән өмөттә хушлашты ҡунаҡтар.

Физәлиә Ғәниева.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас