Инйәр
+11 °С
Облачно
Новости
5 Октября 2023, 11:51

Тәбиғәттән бирелгән һөнәр

Быйыл Гөлфиә Йыһанур ҡыҙы Мәғариф системаһында оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн БР Мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды.

Тәбиғәттән бирелгән һөнәрТәбиғәттән бирелгән һөнәр
Тәбиғәттән бирелгән һөнәр

Уҡытыусы – үҙе янып, бүтәндәргә яҡтылыҡ һибеүсе шәм, тиҙәр. Нисек кенә булмаһын, педагог һөнәрен һайлағанһың һәм әле уҡытыусы тигән бөйөк исемде йөрөтәһең икән, ысынлап та, тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ кәрәк. Шул саҡта ғына маҡсатыңа өлгәшәсәкһең. Шәм һәр саҡ яҡтылыҡ биреп торһон өсөн, мотлаҡ талаптарҙың бер нисәһе – үҙ өҫтөңдә эшләү, өҙлөкһөҙ белем эстәү, тормоштан бер аҙымға алда атлау, төрлө йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыу. Уҡытыусы – ауыр, яуаплы, иң изге һәм мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Халыҡ араһында яғымлы, изге күңелле, балалар менән уртаҡ тел таба белгәндәр генә ошо һөнәрҙе һайлайҙыр, тигән фекер йөрөй. Ысынлап та, кешелектең барлыҡ яҡшы сифаттары уҡытыусы күңелендә урын алғандыр. Уҡытыусы — донъяла иң ғәҙел, иң күркәм, иң гүзәл һәм иң сабыр зат. Бөгөнгө мәҡәлә геройым тап ошондай сифаттарҙы күңеленә һеңдергән. Ул – Тирәкле ауылы мәктәбенең башланғыс класс уҡытыусыһы Тажетдинова Гөлфиә Йыһанур ҡыҙы. Ул Тирәкле ауылында Фатима һәм Йыһанур Яппаровтарҙың ғаиләһендә 6 бала тәрбиәләнә. Сабыйҙар кесе йәштән үк тырыш, белемгә ынтылыусан, үткер булып үҫә. Бөгөн  улар ысын мәғәнәһендә ата-әсәләренең ғорурлығы. Дүртәүһе уҡытыусы, икәүһе иҡтисадсы һөнәре буйынса намыҫлы хеҙмәт итә. Шуға ла һәр береһенең яулаған үрҙәре, яратҡан шөғөлдәре бар.

Тирәкле мәктәбендә байтаҡ йылдар башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән Гөлфиә Тажетдинова ла туғандары кеүек нәҫеленең бәҫен төшөрмәй. Ул 36 йыл балаларға белем һәм тәрбиә бирә.

– 8-се класты тамамлағас, Белорет педагогия училищеһына уҡырға индем. Уны тамамлағас 1988 йылда тыуған Тирәкле мәктәбенә эшкә ҡайттым һәм әлегәсә ошо белем усағында тир түгәм. 2003 йылда башҡорт дәүләт педагогия университетын ситтән тороп тамамланым. Төрлө йылдарҙа төрлө балалар, ата-әсәләр менән эшләргә тура килде. Бөгөн, оло тәжрибә туплаған мөғәллим булараҡ, күп нимәгә икенсе күҙлектән ҡарайым. Замана үҙгәрә, уның менән балалар ҙә, ата-әсәләр ҙә. Шуға күрә беҙ ҙә үҙебеҙ өҫтөндә даими эшләйбеҙ, белемебеҙҙе үҫтерәбеҙ, башҡа уҡытыусылар менән тәжрибәләр уртаҡлашабыҙ. Иң мөһиме – баланы ниндәйҙер уңыштары өсөн түгел, ә нисек бар, шулай яратырға. Яратылып һәм наҙлап үҫте­релгәндәр үҙен ышаныслы тота. Әгәр уны көн һайын әрләп, тылҡып торалар икән, бала икеләнәсәк, үҙен ышанысһыҙ тотасаҡ. Һәр нәмәлә алтын урталыҡ таба белеү мөһим: үтә иркәләтеү ҙә кәрәкмәй. “Балаларҙы тәрбиәләмәгеҙ: улар барыбер һеҙгә оҡшаясаҡ. Үҙегеҙҙе тәрбиәләгеҙ” тигән инглиз мәҡәле лә бар. Балаларҙы ни тиклем дөрөҫ тәрбиәләргә тырышһағыҙ ҙа, улар барыбер ҙә үҙҙәре күргәндең барыһын да күңеленә һеңдереп үҫә. Ата-әсә балаларын төрлө яҡлап үҫте­рергә, төрлө яҡлап асырға тырышһын. Был эште уҡытыусылар иңенә генә тапшырып ҡалмаһындар ине.

Бөгөнгө заманда һөнәрҙең артығы юҡ. Донъяның тәмен белеп йәшәргә: кескәй генә уңыштарға, хатта тәбиғәт күренештәренә һоҡлана белергә кәрәк. Бәхеттең ҙуры, өҫкә ишелеп торғаны булмай, ул кескәй ҡыуаныс-шатлыҡтарҙан бөртөкләп йыйыла. Бер туҡтауһыҙ үҙ өҫтөңдә эшләргә кәрәк. Уҡытыусы һөнәре матди байлыҡ, наградалар менән генә баһаланмай. Үҙемдең күңелемде, илһамымды биреп башҡарған хеҙмәтемә иң ҙур баһаны мин балалар күҙҙәрендә күрәм,- тип уртаҡлашты тәжрибәле уҡытыусы Гөлфиә Тажетдинова.

Уҡытыусы – донъялағы иң ауыр һөнәрҙәрҙең береһе. Был юлды һайлаған кеше үҙен тулыһынса һөнәренә бағышларға бурыслы, юғиһә уҡыусыларында белем алыуға һөйөу уятыуы, ҡырланмаған таштан сәнғәт әҫәре яһауы икеле.

Быйыл Гөлфиә Йыһанур ҡыҙы Мәғариф системаһында оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн БР Мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас