Инйәр
+19 °С
Ясно
Новости
7 Августа 2023, 07:24

“Патриот”та десантсылар көс һынашты

Республика Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөнә арналған байрам саралары “Патриот” хәрби-патриотик паркында үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google

2 август “Геройҙар уҙышы” ҡаршылыҡтар менән экстремаль йүгереү, интерактив күргәҙмә майҙансыҡтары эшләне, күрһәтмә сығыштар булды. Сараға килеүселәр “Первушино” пилотаж төркөмө сығыштары, Башҡортостан Республикаһы Парашют спорты федерацияһының күрһәтмә сығыштарын да ҡараны.

Быйыл Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө үҙенсәлекле шарттарҙа үтте тип әйтергә мөмкин, сөнки беренсе тапҡыр төрлө райондарҙан, шул иҫәптән Архангелдән, десантсылар командалары ҡаршылыҡтар арауығын үтеп, үҙҙәренең көсөн һынап ҡараны.

Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

– Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым! Был байрам күптән инде халыҡ байрамына әүерелгән. Был бөйөк илебеҙҙең Ҡораллы көстәренең элитаһы байрамы. Әлбиттә, бөгөн беҙ бөтә ил менән һеҙҙе ҡотлайбыҙ һәм Тыуған илебеҙҙе һаҡлағанығыҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, - тип билдәләне сығышында Радий Хәбиров. - Быйыл беҙ тап ошонда, десантсы, Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемен йөрөткән “Патриот” паркында, десантсы-хәрбиҙәр менән осрашыу үткәрергә ҡарар иттек. Бөгөн бында уның ата-әсәһе Владимир Викторович һәм Алина Олеговна ла килде. Әйҙәгеҙ, уларҙы сәләмләйек! Улар шундай һоҡланғыс шәхес үҫтергән. Сағыу, матур егет. Үкенескә ҡаршы, бөгөн ул беҙҙең арала түгел. Әммә шундай өлгө миҫалында күпме ысын ир-егеттәр үҫәсәк!

Бөгөн десантсылар өсөн үтә мөһим осор, сөнки улар махсус хәрби операция бурысын һөҙөмтәле үтәүсе көстәрҙе тәшкил итә. Белеүегеҙсә, беҙҙең республиканан бер нисә батальон төҙөлдө. Уларҙың береһе Рәсәй Геройы, десантсы Александр Доставаловтың исемен йөрөтә. Был да символик мәғәнәгә эйә.

Сарала ҡатнашыусылар төрлө хәрби бәрелештәрҙә изге бурыстар үтәгәндә һәләк булған, тыныс тормошта баҡыйлыҡҡа киткән десантсыларҙы бер минутҡа тын ҡалып, иҫкә алды. Төбәк Башлығы йыл һайын Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн ошо паркта билдәләргә тигән тәҡдимен дә еткерҙе.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас