Инйәр
+6 °С
Облачно
Новости
21 Июня 2023, 10:45

"Салауат Юлаев" иң шәп ат!

Күптән түгел Архангел районында ат сабышының быйылғы еңеүселәрен асыҡлар мәл етте. 

Добавить в предпочтительные источники Google
"Салауат Юлаев" иң шәп ат!"Салауат Юлаев" иң шәп ат!
"Салауат Юлаев" иң шәп ат!

Һабантуйға йыйылған халыҡ, ғәҙәттә, түҙемһеҙлек менән ат сабышын көтә. Бәйге башланыу менән олоһо ла, кесеһе лә боронғо йоланы ҡарарға ашыға. Билдәле арауыҡты үтеү тейешле әҙерлек талап итә, бында һәр һыбайлының үҙ сере. 
Күптән түгел Архангел районында ат сабышының быйылғы еңеүселәрен асыҡлар мәл етте. Вәлиев Винарис “Салауат Юлаев” ҡушаматлы юртаҡ (хужаһы Рәвил Баһауетдинов) менән беренсе урынға лайыҡ булды.

Юртаҡҡа өс йәш булыуына ҡарамаҫтан, дөйөм алғанда ул 15 ат сабышында ҡатнаша. Өфөлә лә еңеү яулай, Нуриман районындағы Һабантуйҙа икенсе булып килә. Һуңынан Учалы, Дыуан, Белорет, Әбйәлил, Шишмә райондарында, Оло Теләктәге уҙыштарҙа ҡатнаша. Быйыл тәүге тапҡыр «Терра-Башҡортостан»ярыштарында ҡатнашып, финиш һыҙығын икенсе булып үтә.  Ул хужаһы менән һыбай ҙа, санаға йәки арбаға ултыртып та ярыштарҙа ҡатнаша. 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас