

Район биләмәһендәге юлдарҙы төҙөкләндереү эштәре башланды. Был хаҡта Ҡырмыҫҡалы юл төҙөү һәм төҙөкләндереү идаралығының Архангел участкаһы юл мастеры Алексей Мальцев бәйән итте.
– Юлдарҙағы соҡорҙарҙы асыҡланғандан һуң, һигеҙ кешенән торған бригада төҙөкләндереү эшен башланы. Ошо көндәрҙә Архангел – Красноусол һәм Үрге Ирныҡшы – Благовещенка автомобиль юлдары рәткә килтерелде. Әлеге мәлдә Казанка – Михайловка юлында эштәр ҡайнай. Хеҙмәткәрҙәр “КамАЗ”, трактор техникаһы һәм виброплита ҡоролмаһы менән файҙаланып, Ҡырмыҫҡалынан килтерелгән асфальт иретмәһе менән соҡор-саҡырҙарҙы ямай. Шулай уҡ, райондағы ҡырсынташ менән ҡапланған юлдарҙа ла ике грейдер тигеҙләү эштәре башҡара,- тине Алексей Мальцев.