Инйәр
+11 °С
Облачно
Новости
7 Февраля 2023, 05:07

“Табын ере – илһам иле”

Подробности по ссылке 

“Табын ере – илһам иле”“Табын ере – илһам иле”
“Табын ере – илһам иле”

“Табын ырыуҙары берләшмәһе” йәмәғәт ойошмаһы советы, “Инйәр”, “Даирә” һәм “Табын” гәзиттәре менән берлектә “Табын ере – илһам иле” әҙәби бәйгеһен иғлан итә.
Әҙәби конкурс Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылына арнап үткәрелә. Ижади бәйгеһенең төп маҡсаты һәм бурыстары: боронғо Табын ырыуы ерендә урынлашҡан Архангел, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы райондарында йәшәгән һәләтле кешеләрҙе асыҡлау һәм уларға конкурста ҡатнашыусыларҙың уҡытыусы һөнәренең бөйөклөгө сағылыш тапҡан әҫәрҙәре аша йәш быуында илһөйәрлек, ерһөйәрлек һәм телһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү, Табын ырыуының арҙаҡлы мөғәллимдәре, уҡытыусылары һәм әҙәби ижад менән шөғөлләнеүселәрҙең әҫәрҙәрен киң даирәгә сығарыу.
Бәйгелә әҙәби ижад менән шөғөлләнеүсе 18 йәштән өлкәндәр ҡатнаша ала.

Улар түбәндәге жанрҙар буйынса ике номинацияла үткәрелә:
– шиғыр, ҡобайыр, поэма һ.б.
– ҡыҫҡа хикәйә, эссе, нәҫер, очерк һ.б.
Ижади эштәр А-4 форматында (14-се шрифт) 5 биттән артмаҫҡа тейеш.Бер рәттән, һәр кем быға тиклем бер ҡайҙа ла баҫылып сыҡмаған өр-яңы әҫәрен үҙ район гәзите мөхәрририәтенә 2023 йылдың 1 мартынан 1 сентябренә тиклем “Конкурсҡа” тигән тамға ҡуйып, ебәрә ала. Конкурста ҡатнашыусы үҙе хаҡында район гәзите мөхәрририәтенә (ошонда һәр район гәзитенең электрон почтаһын яҙырға!) ҡыҫҡаса мәғлүмәт ебәрә (исем-шәрифе, әҙәби ҡушаматы, йәшәгән урыны, әҙәби ижад менән нисә йыл шөғөлләнә, әҫәрҙәре ҡайҙа баҫылған, телефоны,электрон почтаһы).
Ижади бәйгегә ебәрелгән эштәргә яҙма баһа бирелмәй. Еңеүселәрҙе билдәләү ойоштороу комитеты ҡарамағына тапшырыла. Еңеү яулаған әҫәрҙәр “Табын ере – илһам иле” тип аталған йыйынтыҡта донъя күрәсәк.
Ойоштороу комитеты.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас