Инйәр
+20 °С
Облачно
Новости
10 Января 2023, 05:26

Тәүге бәйге, тәүге еңеүҙәр

Район үҙәгендә лә, ауылдарҙа ла көн һайын төрлө спорт саралары ойошторолоп торҙо.

Тәүге бәйге, тәүге еңеүҙәрТәүге бәйге, тәүге еңеүҙәр
Тәүге бәйге, тәүге еңеүҙәр

Райондаштарыбыҙ Яңы йыл каникулдарын файҙалы, күңелле итеп уҙғарҙы. Район үҙәгендә лә, ауылдарҙа ла көн һайын төрлө спорт саралары ойошторолоп торҙо.

Атап әйткәндә, “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге залында мини-футбол буйынса уҙғарылған бәйгелә Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондарынан алты йыйылма команда үҙ-ара көс һынашты.

Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса “Архангел-1” – беренсе, “Архангел-2” – икенсе һәм “Абҙан”  өсөнсө урынға сыҡты. Шулай уҡ Хвича Хведелидзе – “Иң яҡшы уйынсы”, Дмитрий Бардуков – “Иң күп гол индереүсе” һәм Ильяс Фәйзуллин “Иң яҡшы һөжүмсе” номинацияларында билдәләнде.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас