

Раштыуа байрамы уңайынан 2-се Архангел мәктәбендә ҡатын-ҡыҙҙар араһында баскетбол буйынса ярыш уҙҙы. Тантаналы рәүештә спортсыларҙырайондың йәштәр эше, спорт һәм физкультура буйынса комитет рәйесе Алевтина Тиунова сәләмләгәндән һуң, майҙансыҡта сәмле уйындар башланды.
Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса максим горькийҙар – “алтын”, Архангел ауылы студенттары – “көмөш” һәм 2-се Архангел мәктәбе уҡыусылары “бронза” миҙал яуланы. Шулай уҡ София Ғималетдинова – “Иң һөҙөмтәле уйынсы”, Татьяна Антипина “Иң яҡшы уйынсы”, Елена Севастьянова – “Иң шәп уйынсы ” һәм Аделина Кошелева “Иң яҡшы һаҡсы” номинацияларында еңеүсе булды.