

Ир-егеттәр араһында бөтә уйындарҙы ла уңышлы үткәреп Эльдар Баянов еңеүсе исемен яулаһа, икенселә – Илфир Искәндәров, өсөнсөлә – Илдус Баянов. 18 йәшкә тиклемгеләрҙән иң күп мәрәйҙе Глеб Мочалов йыйып, алдынғылыҡҡа сыҡты. Айҙар Әбсәләмов – II, ә Вилдан Ҡунаҡҡолов III булды. 14 йәшкә тиклемгеләрҙән Ғәйсәр Юнысов – “алтын”, Руслан Мәзитов – “көмөш” һәм Влад Горяев “бронза” миҙалға лайыҡ булды. 10 йәшкә тиклемгеләрҙән Морозов Петр менән Искәндәр Фазлетдинов тәүге ике урынға сыҡты. Ҡыҙҙар араһында турнирҙа иң яҡшы һөҙөмтәләрҙе Камила Рәхимова, Эльвина Хәбибетдинова һәм Рената Рәхимова күрһәтте.