Инйәр
+6 °С
Ясно
Новости
29 Декабря 2022, 05:21

Районға – ике автобус

Ошо көндәрҙә “Өфө-Арена” комплексы алдындағы майҙанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикалағы белем биреү учреждениелары директорҙарына 56 яңы мәктәп автобусы асҡыстарын тапшырҙы.

Районға – ике автобусРайонға – ике автобус
Районға – ике автобус

Ошо көндәрҙә “Өфө-Арена” комплексы алдындағы майҙанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикалағы белем биреү учреждениелары директорҙарына 56 яңы мәктәп автобусы асҡыстарын тапшырҙы.

– Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлайым! Беҙ һеҙҙең менән ошо осорҙо берҙәмлек менән үткәрҙек һәм артабан да бөтә һынауҙарҙы бергәләп еңеп сығырбыҙ,- тине Радий Хәбиров. – Мәктәп автобустарын яңыларына алмаштырыу менән шөғөлләнәбеҙ. Башҡортостандың барлыҡ район һәм ҡалаларында күп балаларҙың иртәләре мәктәп автобусында йөрөүҙән башлана. Уларҙың заманса автобустарҙа йөрөүе, ә ата-әсәләр балаларының именлеге өсөн борсолмауы мөһим. Бөгөн айырым водителдәргә аварияһыҙ йөрөгәндәре, иғтибарлы булғандары өсөн рәхмәт белдерәм. Беҙ 10 йылдан иҫкерәк автобустарҙы тулыһынса тиерлек яңы машиналарға алмаштырҙыҡ. Ошо мөһим эште мотлаҡ дауам итербеҙ. Мәктәп директорҙарына яҡшы эш һәм ныҡлы һаулыҡ теләйем. Төбәктең Мәғариф һәм фән министрлығына ла рәхмәт белдерәм. Федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә алған автобустарҙың һаны буйынса беҙ илдә беренсе урынды биләйбеҙ.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин билдәләүенсә, “ГАЗ”, “ПАЗ” һәм “УАЗ” маркалы яңы автобустар 29 муниципалитетҡа оҙатыласаҡ. Иң ҡыуаныслыһы иһә ике “ПАЗ” автобусы беҙҙең районға ла юл тотто. Улар 1-се Архангел һәм Оҙондар ауылы мәктәбенә биреләсәк.  Машиналар навигация системалары, тахограф, кондиционер, салонды өҫтәмә йылытыу ҡорамалдары менән йыһазландырылған һәм заманса хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас