

Яңы йыл байрамдары алдынан Максим Горький ауылы мәктәбендә “Янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре” тураһында әңгәмә ойошторолдо. Сарала БР янғынға ҡаршы үҙәге хеҙмәтенең инструкторы Р.Р.Мөлөков, райондың янғынға ҡаршы профилактика эштәре буйынса белгесе А.Ғ.Хәликов, Арх-Латыш ауыл советының йәштәр эше буйынса белгесе А.В.Перова, мәктәп директоры советнигы Д.К.Фәләхиева һәм 2-се, 4-се, шулай уҡ 5-се класс уҡыусылары ҡатнашты.
Һөйләшеү барышында күңелһеҙ осраҡтар булмаһын өсөн белгестәр янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре буйынса мәғлүмәт еткереп, махсус иҫкәртмәләр тапшырҙы. Артабан комиссия ағзалары Заря ауылында күп балалы ғаиләләргә рейд үткәрҙе. Улар менән әңгәмә ҡоролдо, йорттарҙа янғын иҫәкәртеүсе ҡоролмалар тикшерелде, инструктаждар үткәрелеп махсус иҫкәртмәләр бирелде.