

Оҙондар ауылында “Атайсал” проекты сиктәрендә, яңыртылғандан һуң, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарға һәйкәл асылды. Һәйкәлдең тарихы үҙенсәлекле: уны 50 йыл самаһы элек Оҙондар ауыл биләмәһе рәйесе Зәйнитдин Бәҙретдинов төҙөткән. Быйыл уның ейәне Азат Шамил улы ауыл халҡының ижтимағи тормошонда мөһим урын алып торған иҫтәлекле һәйкәлде яңыртыуға аҡсалата ярҙам ҡулы һуҙыуҙы һәм һәйкәлде тергеҙеү бурысын үҙ иңенә алды.