Инйәр
+25 °С
Ясно
Новости
27 Декабря 2022, 04:47

Ғибәҙәтте ваҡытында ҡылыу мөһим

№21. Самые важные события 2022 года в Архангельском районе.

Ғибәҙәтте ваҡытында ҡылыу мөһимҒибәҙәтте ваҡытында ҡылыу мөһим
Ғибәҙәтте ваҡытында ҡылыу мөһим

Өфө-Инйәр-Белорет трассаһында урынлашҡан “Урман” юл буйы кафеһы эргәһендә е мәсет асыу тантанаһы уҙҙы.
Тәүлек әйләнәһенә Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юлы аша байтаҡ кеше сәйәхәт итә. Айырыуса, водителдәр һәм пассажирҙар өсөн “Урман” юл буйы кафеһында ял итеү, тамаҡ ялғап алыу өсөн уңайлы урын булараҡ, халыҡ унда күпләп туҡталып үтә. Улар араһында мосолман динен тотоусылар ҙа байтаҡ. Быға тиклем, махсус шарттар булмағанға күрә, дин әһелдәренә намаҙҙы төрлө урындарҙа асыҡ һауала уҡырға тура килә. Ошо йәһәттән яҡташыбыҙ Мөнир Зөлфәр улы мосолмандар өсөн кафе биләмәһендә мәсет төҙөү ниәтен тормошҡа ашыра. Рәхмәтуллиндар ғаиләһенең иң ғәзиз һәм яратҡан кешеһе булараҡ, әсәләре Фәрҙиә Ғәлиәскәр ҡыҙы хөрмәтенә мәсет “Фәрҙиә” тип исемләнде.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас