Инйәр
+9 °С
Облачно
Новости
27 Декабря 2022, 04:43

“Ҡаһарманлыҡ” миҙалы

№20. Самые важные события 2022 года в Архангельском районе.

“Ҡаһарманлыҡ” миҙалы“Ҡаһарманлыҡ” миҙалы
“Ҡаһарманлыҡ” миҙалы

Ҡыҙғы ауылында янғын сыҡҡан мәлдә, фажиғә урынына тәүгеләрҙән булып ошо ауылында йәшәүсе Зинәтулла Сиражетдинов юллана һәм, юғалып ҡалмайынса, ут эсенә инеп, 1956 йылғы ҡатынды ут эсенән алып сыға. Ошо йәһәттән БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты тарафынан Зинәтулла Ғиниәтулла улын экстремаль ситуацияла кеше ғүмерен ҡотҡарған ваҡытта батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ сифаттарын күрһәткән өсөн “Ҡаһарманлыҡ” миҙалы менән бүләкләнде.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас