

3 декабрь – ил биләмәһендә йәки унан ситтә ҡораллы бәрелештәрҙә һәләк булған Рәсәй һәм Совет хәрбиҙәре иҫтәлегенә арналған Билдәһеҙ һалдат көнө билдәләнә. Тап ошо көндә 1966 йылда Мәскәү янында немец ғәскәрҙәрен тар-мар итеүгә 25 йыл тулыу айҡанлы, билдәһеҙ һалдаттың ҡалдыҡтары Мәскәү Кремле янында Александров баҡсаһында тантаналы рәүештә ерләнгән.
Тарихи көн айҡанлы райондың йәштәр эше, физик культура һәм спорт комитеты менән “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубы тарафынан “Ватанды һаҡлаусыларға – дан!” тип исемләнгән һүрәттәр конкурсы ойошторолдо. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса 7-10 йәштәгеләр араһында Мозафарова Руфина (Максим Горький), Хөсәйенова Анна (Ырныҡшы) һәм Йосопова Самира (Абҙан) тәүге өс урынға лайыҡ булды. 11-14 йәштәгеләрҙән Усков Станислав (Ырныҡшы) – беренсе, Бикбулатов Айгиз (Абҙан) – икенсе, Иҫәнбаева Альбина (Тәүәкәс) өсөнсө урын биләне. Шулай уҡ Сәғитова Вилиә (Тәүәкәс) 18 йәшкә тиклемгеләрҙән еңеүсе исемен яуланы.
Татьяна Пискунова ,
“Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубы директоры.