

Тиҙлек, мәргәнлек, сыҙамлыҡ талап иткән футбол, волейбол уйындарынан бер рәттән, баскетбол төрө лә районда ҙур популярлыҡ яулаған. Ошо спорт төрө буйынса ла төрлө кимәлдәге спорт ярыштары уҙғарылып тора. Һуңғыһы 2-се Архангел мәктәбендә кескәйҙәр араһында “Ҡыҙғылт-һары туп” сиктәрендә уҙҙы.
Бәйгелә алты йыйылма команда, барыһы 70-тән ашыу йәш спортсы ҡатнашты. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса үҫмерҙәрҙән 2-се Архангел – “алтын”, “Баҡалды” – “көмөш” һәм Максим Горький уҡыусылары “бронза” миҙал яуланы. Ҡыҙҙарҙан максим горькийҙарға тиңдәр табылманы, икенсегә – баҡалдылар, өсөнсөгә 2-се Архангел баскетболсылары күтәрелде.
Еңеүселәр махус дипломдар һәм Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Фәрзәнә Хәсәнова,
“Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге директоры.