

Экологик мәсьәләләр һәр саҡ көнүҙәк һорауҙарҙың береһе. Тирә-яҡ мөхиткә кешенең кире йоғонто яһауының эҙемтәләре йылдар үткәс кенә һиҙҙерә. Тәбиғәт ҡанундарына ҡаршы килгән ғәмәлдәр ҡылыуҙы һаулығыбыҙға ҡурҡыныс янаған һынауҙарға дусар булғас ҡына төшөнәбеҙ. Тирә-яғыбыҙҙы, тәбиғәтте көнкүреш ҡалдыҡтары менән тултырыу, һауаны ағыулы матдәләр менән бысратыу, ер ресурстарын самаһыҙ файҙаланыу, йылға-күлдәрҙең һайығыуына ғына түгел – һанай китһәң, тәбиғәткә көн һайын зыян килтерелә. Беҙҙең ҡурсалауға мохтаж ер- һыуҙарыбыҙҙың таҙалығы өсөн һәр беребеҙ үҙенең бәләкәй генә булһа ла өлөшөн индерә ала. Ер йәменә бәҫ төшөрмәй һаҡлау – барыбыҙҙың да намыҫ, выждан эше.
Күптән түгел БР Тәбиғәт менән файҙаланыу һәм экология министрлығында республикала экологик йүнәлештә хеҙмәт итеүсе иң яҡшы ирекмәндәрҙе һәм педагогтарҙы тәбрикләү сараһы уҙҙы. Маҡтау ҡағыҙҙарына “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге директоры Ф.Ф.Хәсәнова, 1-се Архангел мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Н.А.Надеева һәм 2-се Архангел мәктәбе директоры Э.Р.Сәләхитдинова лайыҡ булды. Уны яҡташыбыҙ БР Тәбиғәт менән фаҙаланыу һәм экология министрлығының йәш министры Рөстәм Сәйфетдинов тантаналы рәүештә тапшырҙы.
Фәрзәнә Хәсәнова,
“Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге директоры.