Ошо көндәрҙә 2-се Архангел һәм “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгендә мәктәп уҡыусылары араһында XXV Спартакиада баскетбол буйынса “КЭС БАСКЕТ” турнир уҙҙы. Район беренселегенә дүртәр егет һәм ҡыҙ (1-се, 2-се Архангел, Баҡалды һәм Максим Горький) йыйылма командалар дәғүә белдерҙе.
Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса егеттәрҙән 2-се Архангел мәктәбенә тиңдәр табылманы, икенсегә – 1-се Архангел, өсөнсөгә Максим Горький баскетболсылары сыҡты. Ҡыҙҙарҙан 1-се Архангел мәктәбе йыйылма командаһы – “алтын”, 2-се Архангел – “көмөш” һәм Максим Горький спортсылары “бронза” миҙал яуланы.
Тиҙҙән еңеүсе командалар төбәк-ара XXV Спартакиада ярыштарында район данын яҡлаясаҡ.