Инйәр
+14 °С
Облачно
Новости
17 Ноября 2022, 06:24

“Йәшәргә.Яратырға.Ышанырға”

Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалында “Йәшәргә.Яратырға.Ышанырға” тип исемләнгән II наркотиктарға ҡаршы форум ойошторолдо.

“Йәшәргә.Яратырға.Ышанырға”“Йәшәргә.Яратырға.Ышанырға”
“Йәшәргә.Яратырға.Ышанырға”

Ошо көндәрҙә Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалында “Йәшәргә.Яратырға.Ышанырға” тип исемләнгән II наркотиктарға ҡаршы форум ойошторолдо. Сарала БР буйынса Эске эштәр министрлығының наркотиктарға ҡаршы  әйләнеште контролдә тотоу идаралығының өлкән оперуполномоченныйы Р.Р.Киреева, Башҡорт дәүләт медицина университетының тәрбиә һәм социаль эштәр буйынса бүлек начальнигы Э.Н.Сафина, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Г.Н.Сәғитова, райондың йәштәр эше, физик культура һәм спорт комитеты буйынса рәйесе А.В.Тиунова, үҙәк район дауаханаһының наркология кабинетының шәфҡәт туташы Л.А.Антипина, райондағы  полиция бүлегенең өлкән оперуполномоченныйы И.М.Диваев, студенттар һәм 10-сы класс уҡыусылары ҡатнашты.  

Пленар өлөштә наркотиктарҙың сәләмәтлек  өсөн зарарлы  булыуын аңлатыу, аңлы рәүештә уларҙы ҡулланмаҫҡа икәнлеге хаҡында һөйләнде.

– Наркотик матдәләрҙең барыһы ла ағыу. Организмға эләккәс  ул матдәләр наркотик  иҫереклек һәләтен килтереп сығара.Үҙәк нервы системаһына  тәьҫир итеп, психик ярһыу һәләтен бирә, ҙур ҡәнәғәтләнеү  хисе, ләззәт кисерә. Наркоман  был хәлде тағы кисерергә теләй, ләкин был тәбиғи һәләт түгел, ул – наркотик матдәләр  тәьҫиренең  бәләһе. Улар баш мейеһенең, үпкәнең, ҡандың күҙәнәктәрен тарҡата, психоз, эпилепсия кеүек ауырыуҙар килтереп сығара. Баш ауыртыу, аяҡ-ҡул мускулдары, ашҡаҙан  һәм эстә көслө ауыртыуҙар барлыҡҡа килтерә, күңел болғана – былар бөтәһе лә наркомандарҙың  ауырыуы. Ундай  кеше ныҡ ябыға, ҡурҡыныс йөҙлө һәм ауыр ҡарашлы була. Наркотик ҡуланған кешеләр  үҙҙәре өсөн дә һәм тирә-яҡтағылар өсөн дә ҡурҡыныс. Ғөмүмән, был ваҡытта кеше менән  уның аҡылы түгел, ә ул ҡабул иткән наркотиктар идара итә, – тигән мәғлүмәт спикерҙар тарафынан бирелде.

Артабан саҡырылған ҡунаҡтар йәштәрҙе төркөмдәргә бүлеп “Сәләмәтлек формулаһы”, “Йәшәү һәм үлем…”, “Сәләмәт тормош рәүеше һәм логика”, “Интернетта наркотиктарға ҡаршы көрәш”  һәм “ЗОЖ-квиз” оҫталыҡ дәрестәрен үткәрҙе.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас