

5-6 ноябрь Әлшәй районында ирекле көрәш буйынса республика беренселеге уҙҙы. Ярышта Әлшәй, Бүздәк, Борай, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Өфө райондарынан, шулай уҡ Белорет, Ишембай, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларынан 160-лаған үҫмер үҙ-ара көс һынашты. Бәйгелә райондың “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгендә (тренерҙар: И.Ә.Әхмәтйәнов менән Н.З.Бәширов) шөғөлләнеүсе 26 бала ҡатнашты.
Спорт сараһында ҡатнашыусыларҙы БР Ирекле көрәш федерацияһы вице-президенты А.Т.Солтанғолов, ирекле көрәш буйынса БР тренеры А.А.Бятиков, баш судья Г.Р.Хөсәйенова (яҡташыбыҙ) сәләмләгәндән һуң, ике көн дауамында келәмдә еңеүселәр билдәләнде.
Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса үҙ ауырлыҡ категорияларында Ефимова Анастасия, Перова Милана, Коробова Анна, Кобяков Никита, Азимжонов Шайхзот – “алтын”, Барсукова Дарья, Яматова Камила, Жиляков Кирилл, Антипин Филипп – “көмөш”, Осипова Анастасия, Үҫәрғолова Камила, Кудряшов Владислав, Антипин Артем, Голонза Богдан, Кузнецов Кирилл, Скродер Алексей, Гаричева Карина “бронза” миҙал яуланы.